БАШ
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика профессиональ оҫталыҡ конкурсы

Конкурстың төп маҡсаты – эшсе профессияларҙың абруйын күтәреү һәм пропагандалау, Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡатнашыусыларҙың алдынғы тәжрибәләрен таратыу, эшсе һөнәрҙәр буйынса уҡытыу һәм эшкә урынлаштырыу өсөн йәштәрҙе йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеү.

Конкурс торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары араһында киләһе һөнәрҙәр буйынса уҙа:

– слесарь-сантехник;

– ҡаҙанлыҡ ҡоролмаһы операторы;

– электромонтер;

– газ менән иретеп йәбештереүсе;

– урам һепереүсе;

– тракторсы-механик.

Конкурс ике этапта – зона һәм республика кимәлдәрендә – үтә.

Конкурстың зональ этабын уҙғарыу өсөн торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары түбәндәгесә бүленә.

1-се зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Архангель, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Нуриман, Өфө, Саҡмағош, Шишмә райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 1-се зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Өфө районы муниципаль районы Хакимиәте.

2-се зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалалары һәм Ишембай, Мәләүез райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 2-се зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте.

3-сө зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Әлшәй, Ауырғазы, Ғафури, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 3-сө зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы муниципаль районы Хакимиәте.

4-се зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Нефтекама, Ағиҙел ҡалалары һәм Асҡын, Балтасы, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 4-се зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте.

5-се зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы, Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмек һәм Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы, Хәйбулла райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 5-се зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы муниципаль районы Хакимиәте.

6-сы зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы һәм Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Благовар, Бүздәк, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Туймазы һәм Шаран райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 6-сы зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы муниципаль районы Хакимиәте.

7-се зона: был биләмәгә Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай, Дыуан, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле һәм Салауат райондары торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 7-се зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районы муниципаль районы Хакимиәте.

8-се зона: был биләмәгә Өфө ҡалаһы ҡала округы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары ҡарай. Конкурстың зональ этабын 8-се зонаһында уҙғарыу буйынса яуаплы ойоштороусыһы – Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте.

Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре араһында “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” республика профессиональ оҫталыҡ конкурсының 2018 йылғы һөҙөмтәләре