Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Министерство тураһында

Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы (артабан – Министрлыҡ) республиканың башҡарма власть органы, үҙенең компетенцияһы сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу һәм идара итеү функцияларын башҡара.

Полномочия

Министрлыҡ түбәндәге хоҡуҡтарға эйә:

Ҡабул итеү һәм раҫлау өсөн Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдарының компетенцияһына ҡараған норматив хоҡуҡи акттар проекттарын, шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, был өлкәләге инвестиция эшмәкәлеге буйынса тәҡдимдәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағына индереү.

Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы территорияһында мотлаҡ үтәлергә тейешле торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡараған норматив хоҡуҡи акттар сығарыу.

Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡараған нормалар, ҡағиҙәләр һәм стандарттар, методик документтар ҡулланыу мәсьәләләре буйынса аңлатма биреү.

Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған һорауҙар буйынса бүтән республика башҡарма власть органдары әҙерләгән норматив хоҡуҡи акт проекттары буйынса һығымталар яһау.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты саралары иҫәбенә уҙғарылған фәнни-тикшеренеү проектлы-эҙләнеү эштәренең тематикаһын билдәләү.

Билдәләнгән тәртиптә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге килешеүҙәр төҙөү, үҙенең компетенцияһы сиктәрендә халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдырыу.

Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған һорауҙарҙы хәл итеү маҡсатында тәғәйен өлкәлә эшмәкәрлек алып барған республика башҡарма власть органдары һәм урындағы үҙидара органдарынан, ойошмаларҙан кәрәкле мәғлүмәт һәм материалдар һоратып алыу.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге мәсьәләләрҙе һәм проблемаларҙы тикшереү һәм хәл итеү маҡсатында билдәләнгән тәртиптә ғилми-тикшеренеү үҙәктәрен һәм юғарыу уҡыу йорттарын, шул иҫәптән ғалимдарҙы, белгестәрҙе һәм эксперттарҙы йәлеп итеү.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә уңышлы хеҙмәте өсөн хеҙмәткәрҙәргә почётлы исем, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары менән бүләкләү, маҡтау билдәһе һәм почет грамоталарын тапшырыу өсөн материалдар ҡарау һәм әҙерләү.

Функции

Министрлыҡ йөкмәтелгән бурыстарына ярашлы түбәндәге функцияларҙы үтәй:

1. Закон проекттарын һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттар һәм норматив булмаған хоҡуҡи акттарын, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының дәүләт программаларын, федераль кимәлендәге программаларҙа республиканың ҡатнашыуы буйынса тәҡдимдәрҙе әҙерләй һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағына индерә; раҫланғандан һуң уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.

2. Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр буйынса норматив хоҡуҡи акттарҙы әҙерләүҙә ҡатнаша.

3. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын экплуатациялау, төҙөү, капиталь ремонтлау һәм реконструкциялау һорауҙарына ҡағылышлы юридик шәхестәр тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейешле норматив хоҡуҡи акттар сығара.

4. Сираттағы финанс йылына һәм план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты проектын әҙерләүҙә, Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр буйынса Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен прогноз яһауҙа ҡатнаша, Министрлыҡ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре һәм һөҙөмтәләре тураһында доклад тапшыра.

5. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге федераль һәм республика инвестиция программаларын, фәнни-техник программаларҙы әҙерләүҙә һәм ғәмәлгә ашырыуҙа үҙаллы ҡатнаша һәм башҡа ойошмаларҙы йәлеп итә.

6. Тәғәйен бюджет саралары иҫәбенә тулыһынса йәки өлөшләтә финансланған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын проектлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса дәүләт заказсыһы функцияһын башҡара, заказсылар тарафынан килешеү дисциплинаһын үтәүҙе контроль аҫтында тота, төҙөү-монтажлау һәм башҡа эштәрҙең ваҡытында үтәлеүен иҫәпләүҙе тәьмин итә.

7. Рәсәй Федерацияһының билдәләнгән ҡануниәтенә ярашлы дәүләт ихтыяждарын тәьмин итеү өсөн тауар, эш һәм хеҙмәт һатып алыу функцияһын үтәй.

8. Финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге, шулай уҡ тармаҡтағы ойошмаларҙың рентабеллеге буйынса мониторинг үткәрә һәм анализ яһай. Торлаҡ йортто тәртиптә тотоу һәм ремонтлау һәм социаль найм килешеүҙәре буйынса яллаусыларға күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе иҫәпләүгә ҡулланылған раҫланған хаҡтар, тарифтар һәм нормативтар нигеҙендә бюджет-ара мөнәсәбәттәр өсөн файҙаланылған республика торлаҡ йортто һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләү стандарттарын, торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүгә билдәләнгән субсидиялар иҫәпләүгә файҙаланылған республика торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең хаҡы стандарттарын әҙерләй, һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы стандарттары буйынса мониторинг үткәрә.

9. Милек формаһына ҡарамай тармаҡ ойошмалары тарафынан тапшырылған мәғлүмәттәр нигеҙендә йыйылма статистик отчёт әҙерләй.

10. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә Башҡортостан Республикаһындағы дәүләт милкен хосусилаштырыу программаһын ғәмәлгә ашырыуҙа ҡатнаша.

11. Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформалары буйынса мониторинг үткәрә, күп фатирлы йорттар менән идара итеү даирәһендә баҙар мөнәсәбәттәре үҫеүенә һәм торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү процесының барлыҡ ҡатнашыусылары араһында баланслы килешеү мөнәсәбәттәре булдырыуға булышлыҡ итә.

12. Билдәләнгән тәртиптә ведомство ҡарамағындағы предприятиеларҙы һәм “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһын ойоштороусы булып тора һәм ойоштороусы функцияларын һәм вәкиллек хоҡуҡтарын башҡара.

13. Министрлыҡ ҡарамағында булған дәүләт унитар предприятиеларҙы һәм дәүләт учреждениеларын төҙөү, үҙгәртеп ҡороу һәм ябыу буйынса билдәләнгән тәртиптә тәҡдимдәр әҙерләй.

14. Министрлыҡ ҡарамағында булған дәүләт унитар предприятиеларҙың һәм дәүләт учреждениеларының уставын билдәләнгән тәртиптә раҫлай.

15. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының эшмәкәрлеге билдәләнгән талаптарға ярашлы алып барылыуын контролдә тота.

16. Ведомство ҡарамағында булған предприятие һәм ойошмаларҙың финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеге буйынса тикшереүҙәр һәм ревизиялар үткәрә.

17. Торлаҡ-коммуналь хужалығында идара итеүҙең ойоштороу формаларын һәм структураһын камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй.

18. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкендә булған акцияларҙы ышаныслы идара итеүгә күсереү тураһында билдәләнгән тәртиптә тәҡдимдәр әҙерләй, акциялары (өлөштәре) Башҡортостан Республикаһы дәүләт милкендә булған хужалыҡ йәмғиәттәренең идара итеү органдарындағы дәүләт вәкилдәре кандидатураһы буйынса билдәләнгән тәртиптә тәҡдимдәр индерә.

19. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә үҙидара ойошмаларын ойоштороуға булышлыҡ итә.

20. Инженер инфраструктураһы объекттарын яңыртыу һәм үҙгәртеп ҡороу программаларын формалаштырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләй, милек формаһына ҡарамай тармаҡ ойошмалары эштәрен координациялау һәм методик ҡулланма эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашыра.

21. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә тәбиғәтте һаҡлау сараларын әҙерләүҙә ҡатнаша.

22. Ҡануниәткә ярашлы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеге үҫешенә булышлыҡ итә, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү буйынса саралар әҙерләй һәм ғәмәлгә ашыра, көнәркәшлек үҫеше нигеҙендә баҙар мөнәсәбәттәрен формалаштырыуға булышлыҡ итә.

23. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡараған дәүләт унитар предприятиеларҙың, дәүләт учреждениеларының һәм башҡа ойошмаларҙың булдыҡһыҙлығына (банкротлығына) юл ҡуймауға йүнәлтелгән тәҡдимдәр әҙерләй.

24. Башҡортостан Республикаһы бюджеты саралары иҫәбенә финансланған фәнни-тикшеренеү һәм проектлы-эҙләнеү эштәрен ойоштороп үтәүҙе тәьмин итә, шулай уҡ фәнни-тикшеренеү эштәренең, энергия һәм ресурстарҙы һаҡлау буйынса сараларҙың йүнәлешен аныҡлауҙа ҡатнаша.

25. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә ниндәй ведомство ҡарамағында булғанлығына һәм милек формаһына ҡарамай республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын миҙгелле эксплуатациялауға әҙерләү буйынса ойошмалар эшмәкәрлеген координациялай.

26. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта энергия һәм ресурстарҙы һаҡлау буйынса саралар үтәүҙе тәьмин итә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта комплекслы энергия һәм ресурстарҙы һаҡлау системаһын ойоштора, инженер ҡоролмалары системаларын модернизациялау һәм үҫтереү буйынса ойошмалар эшмәкәрлеген координациялай.

27. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә ҡануниәткә ярашлы ауылдарҙағы, ҡала округтарындағы йылылыҡ менән тәьмин итеү системаларының ышаныслы, ныҡлы булыуын тәьмин итеү буйынса саралар системаһын билдәләй.

28. Ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә тарифтарҙы дәүләт көйләүе өлкәһендәге ауыл, ҡала округтарының урындағы үҙидара органдары һәм Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органы вәкиле менән килешеү буйынса йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә (электр һәм йылылыҡ энергияһын ҡатнаш эшкәртеү режимында эшләгән йылылыҡ энергияһы сығанаҡтарын иҫәпкә алмағанда) көйләү төрҙәре эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыусы ойошмаларҙың инвестиция программаларын раҫлай.

29. Ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә тарифтарҙы дәүләт көйләүе өлкәһендәге ауыл, ҡала округтарының урындағы үҙидара органдары һәм Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органы вәкиле менән килешеү буйынса эҫе һыу менән тәьмин итеү (электр һәм йылылыҡ энергияһын ҡатнаш эшкәртеү режимында эшләгән йылылыҡ энергияһы сығанаҡтарын иҫәпкә алмағанда), һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы сығарыу эшмәкәрлеген алып барған ойошмаларҙың инвестиция программаларын раҫлай.

30. Һыу сығарыу эшмәкәрлеген алып барған ойошмалар тарафынан төҙөлгән һәм раҫланған өҫкө ҡатлам һыу объекттарына, ер аҫты һыу объекттарына һәм һыу йыйыу майҙандарына бысратыусы матдәләр, бүтән матдәләр һәм микроорганизмдарҙы ташлауҙы кәметеү пландарын үҙенең компетенцияһы сиктәрендә килешеп, ғәмәлгә ашыра.

31. Ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы сығарыу өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү шарттары тураһында килешеүҙәр төҙөй.

32. Министрлыҡ компетенцияһы сиктәрендә “Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһы тураһында” Федераль законында билдәләнгән тәртиптә Башҡортостан Республикаһы территорияһында торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын индереү һәм эксплуатациялау һәм унда мәғлүмәт менән тәьмин итеүселәр тарафынан бирелгән мәғлүмәттәрҙе урынлаштырыу эшмәкәрлеген координациялауҙы ойоштора.

33.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡта берҙәм мәғлүмәт мөхитен ойоштороуҙа һәм үҫтереүгә булышлыҡ итә һәм ҡулланыусыларҙы эффектлы мәғлүмәт менән тәьмин итеү ысулдарын әҙерләүҙә ҡатнаша.

34. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ихтыяждары өсөн кадрҙар әҙерләү, уларҙың белемен һәм квалификацияһын күтәреүҙе ойоштороуға булышлыҡ күрһәтә.

35. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре өсөн түләү шарттары һәм хеҙмәт һаҡлау мәсьәләләре буйынса тармаҡ профсоюздары менән тармаҡтағы тариф килешеүҙәрен төҙөүҙә ҡатнашыусы булып сығыш яһай.

36. Хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән техник сәйәсәтте ғәмәлгә ашыра, хеҙмәтте һаҡлау буйынса тармаҡтағы норматив акттарҙы әҙерләй, төркөм менән булған үлем теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтарҙы тикшереү-тәфтишләүҙә ҡатнаша, производствола имгәнеүҙәрҙең һәм һөнәри сирҙәрҙең сәбәптәрен асыҡлай һәм анализлай, профилактика сараларын күрә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хеҙмәт хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә методик ҡулланма эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашыра, хеҙмәт һаҡлау өлкәһендәге алдынғы эш тәжрибәһен өйрәнә һәм дөйөмләштерә.

37. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең мобилизация эштәрен үтәүҙе ойоштора. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағы предприятеларында һәм ойошмаларында мобилизациялы әҙерлек һәм граждандар оборонаһы буйынса сараларҙы методик яҡтан әҙерләүҙе һәм ғәмәлгә ашырыуҙы координациялай, контролдә тота. Министрлыҡты һуғыш ваҡыты шарттарында эшләүгә күсереү һәм тыныс осорҙа тәбиғи һәм техноген характерҙағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тыуғанда һәм уларҙы туҡтатыу мәлендә Башҡортостан Республикаһының коммуналь-техник ҡотҡарыу хеҙмәтен эффектлы ҡулланыу буйынса комплекслы саралар уҙғара. Дәүләт серен тәшкил иткән мәғлүмәттәр асыуҙы булдырмау буйынса сараларҙы әҙерләүҙә ҡатнаша.

38. Билдәләнгән тәртиптә маҡсатлы программаларҙың дәүләт заказсыһы булып сығыш яһай һәм был программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итә.

39. Министрлыҡ компетенцияһына ингән һорауҙар һәм мәсьәләләр буйынса граждандарҙың телдән бирелгән һәм яҙма мөрәжәғәттәрен ҡарай, тәғәйен ваҡыт эсендә улар буйынса ҡарарҙар ҡабул итә.

40. Йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек итә, уларҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә социаль, иҡтисади һәм техник сәйәсәтте әҙерләүгә йәлеп итә.

41. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса күргәҙмәләр, йәрминкәләр, семинарҙар һәм конференциялар ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ярҙам күрһәтә, фәнни тикшеренеүҙәр һәм асыштар һөҙөмтәләрен таратыуҙа һәм киң ҡулланылышҡа сығарыуға булышлыҡ итә.

42. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының сит ил партнёрҙары менән бәйләнешен булдырыуға һәм нығытыуға булышлыҡ итә, Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған мәсьәләләр буйынса сит ил ойошмалары эштәрендә ҡатнаша.

43. Министрлыҡ эшмәкәрлеге барышында тупланған архив документтарын ҡануниәткә ярашлы комплектлау, һаҡлау, иҫәпләү һәм ҡулланыу буйынса эштәр алып бара.

44. Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә ҡағылышлы урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге эффективлығы күрһәткестәрен мониторинглау, анализлау һәм яҡшыртыу буйынса кәрәкле саралар ҡуллана.

45. Министрлыҡ компетенцияһына ҡараған һорауҙар һәм мәсьәләләр буйынса йәмәғәтселек һәм киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш тота.

46. Министрлыҡ эшмәкәрлеге йүнәлештәре буйынса берҙәм мәғлүмәт технологиялары һәм автоматлаштырылған мәғлүмәтте эшкәртеү системаларын әҙерләүҙә һәм уларҙы киң ҡулланылышҡа сығарыуҙа ҡатнаша.

47. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә Министрлыҡ ҡарамағына тапшырылған инвестиция проекттарының Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫеше приоритеттарынан килеп сыҡҡан мәсьәләләргә тап килеүе тураһында ҡануниәткә ярашлы йомғаҡлауҙар әҙерләй.

48. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән тәртипкә ярашлы эске финанс күҙәтеүен һәм эске финанс аудитын алып бара.

49. Үҙенең компетенцияһы сиктәрендә хеҙмәт хоҡуғы нормаларын тәшкил иткән хеҙмәт ҡануниәтенең һәм башҡа норматив хоҡуҡи акттарҙың үтәлеше буйынса ведомство күҙәтеүен алып бара.

50. Стратегик планлаштырыу документтарын әҙерләй, уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙы мониторинглай һәм контролдә тота.

51. Министрлыҡ эшмәкәрлегенең эффективлығын баһалау өсөн планға ҡуйылған күрһәткестәргә етеү буйынса саралар әҙерләй һәм уларҙы ғәмәлгә ашыра.

52. Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлауға хеҙмәттәр күрһәтеү һәм (йәки) эштәр башҡарыу буйынса аукциондарҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған квалификациялы подряд ойошмалары реестрын алып бара.

Цели

Министрлыҡтың төп маҡсаттары:

1. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен төҙөү һәм уны ғәмәлгә ашырыуҙы тәьмин итеү, был өлкәлә дәүләт көйләүе формалары һәм алымдары системаһын әҙерләү, баҙар мөнәсәбәттәрен булдырыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү.

2. Энергетика һөҙөмтәлелеген арттырып, күп фатирлы йорттарҙың дөйөм мөлкәтен капиталь ремонтлау уҙғарыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән сараларҙы ойоштороу һәм ғәмәлгә ашырыу; торлаҡ милекселәре берләшмәһенең ярҙамы нигеҙендә күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте тәртиптә тотоуҙың һәм идара итеүҙең сифатын яҡшыртыу; торлаҡ фонды менән идара итеү һәм уны тәртиптә тотоу өлкәһендә көнәркәшлекте үҫтереү; коммуналь инфраструктура системаһын яңыртыу нигеҙендә, шул иҫәптән дәүләт-шәхси партнёрлыҡ механизмын ҡулланып, коммуналь ресурстарҙы етештереү һәм улар менән тәьмин итеү ышаныслығын һәм эффективлығын күтәреү.

3. Коммуналь предприятиеларҙың эшмәкәрлеген координациялау, хеҙмәттәр сифатын күтәреүгә, уларҙың үҙхаҡын төшөрөүгә, энергия һаҡлау технологияларын, ресурстарҙы приборҙар ярҙамында иҫәпләүҙе киң ҡулланылышҡа индереүгә йүнәлтелгән берҙәм техник сәйәсәтте алып барыу.

4. Министрлыҡ компетенцияһына ингән мәсьәләләр буйынса милек формаһына ҡарамай торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмаларының эшмәкәрлеген методик яҡтан тәьмин итеү.

5. Министрлыҡ компетенцияһы сиктәрендә фәнни-техник сәйәсәт алып барыу, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын эксплуатациялау, капиталь ремонтлау һәм яңынан ҡороп төҙөү өлкәһендә норматив документтар әҙерләү.

6. Инвестиция процестарын көйләү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә инвестиция сәйәсәтен алып барыу.