Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"
Балкон һәм лоджия йылытыу майҙанына керәме? Ә ванна бүлмәһе һәм бәҙрәф?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 15-се статьяһы буйынса торлаҡ йорт булып күсемһеҙ милек тип һәм граждандар өсөн даими йәшәү урыны тип иҫәпләнгән (санитар һәм техник ҡағиҙә-нормаларға, ҡануниәттең бүтән талаптарына яуап биргән) айырым бүлмә иҫәпләнә. Торлаҡ йорттоң дөйөм майҙаны уның барлыҡ өлөштәре, шул иҫәптән граждандарға көнкүреш нужаларын ҡәнәғәтләндереү өсөн өҫтәмә ҡулланыу бүлмәләре, суммаһынан сығып билдәләнә. Ә балкон, лоджия, веранда һәм терраса унда инмәй.
Шулай итеп, балкон һәм лоджия торлаҡ йорттоң йылытыу майҙанына инмәй, ә ванна бүлмәһе һәм бәҙрәф – керә.
Йылытыу буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр күләме Күп фатирлы йорттарҙың фатир-бүлмәләре һәм торлаҡ йорттарҙың милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү итеү ҡағиҙәһенең 42-се, 43-сө пункттарына ярашлы билдәләнә. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан 2011 йылдың 6 майында ҡабул ителгән 354-се һанлы ҡарарында яҙылған.
Күп фатирлы йорттарҙа фатирҙың көнкүреш газ счетчигын тикшереү кемдең иҫәбенә башҡарылырға тейеш?
Закон һәм килешеүҙәр менән бүтән шарттар ҡуйылмаған хәлдә, Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 209-сы һәм 210-сы статьялары торлаҡ милексеһенең уға ҡараған мөлкәтте финанс яғынан тәьмин итергә тейешлеген билдәләй. Күп фатирлы йорттарҙың фатир-бүлмәләре һәм торлаҡ йорттарҙың милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһенең 42-се, 43-сө пункттарына ярашлы, күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәре мөлкәте теҙмәһенә ингән йорт эсендәге инженер системаларҙы, шулай уҡ күп фатирлы йорттоң фатир-бүлмәләрендә һәм торлаҡ йортта урынлашҡан (фатир эсендәге йыһаз) һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүгә иҫәпләнгән механик, электрик, санитар-техник һәм бүтән йыһаздарҙың коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүен финанс яҡтан ҡарау бурысы күп фатирлы йорттағы фатир-бүлмә һәм торлаҡ йорт милекселәренә, йә килешеү буйынса улар тарафынан йәлеп ителгән башҡарыусы һәм бүтән кешеләргә һалына.
Халыҡ өсөн газдың ваҡлап тәьмин ителә торған хаҡтарын (розничная цена) билдәләгәндә фатирҙағы көнкүреш газ счетчигын тикшереү унда индерелмәй.
Сифатһыҙ, тәртип буйынса ҡаралған оҙайлылыҡ арттырылып киткән өҙлөклө рәүештә тапшырылған осраҡта коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе яңынан нисек иҫәпләтергә мөмкин?
Сифатһыҙ, тәртип буйынса ҡаралған оҙайлылыҡ арттырылып киткән өҙлөклө рәүештә тапшырылған коммуналь хеҙмәттәр күрһәтелгән осраҡта айырым коммуналь хеҙмәт өсөн түләү хаҡы кәметелергә тейеш. Бындай норма Күп фатирлы йорттарҙың фатир-бүлмәләре һәм торлаҡ йорттарҙың милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһендә билдәләнгән (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2011 йылдың 6 майында ҡабул иткән 354-се һанлы ҡарар).
Был проблеманы хәл итеү юлы тәртибе түбәндәгесә:
- коммуналь хеҙмәттәр күрһәтелмәгән йә сифатһыҙ күрһәтелгән осраҡтарҙа ҡулланыусы яҙма рәүештә йә телдән (шул иҫәптән телефон буйынса ла) был хаҡта башҡарыусыға еткерә;
- башҡарыусы (идара итеүсе ойошма, торлаҡ милекселәре ширҡәте, торлаҡ-төҙөлөш, торлаҡ йә бүтән махсуслаштырылған ҡулланыусылар кооперативы, ә күп фатирлы йорт менән туранан-тура торлаҡ милекселәре идара иткәндә – коммуналь ресурстарҙы етештергән һәм һатып алған бүтән ойошма) коммуналь хеҙмәттәрҙең күрһәтелмәүе йә сифатһыҙ күрһәтелеүе сәбәптәрен тикшереү (һәм тейешле акт төҙөү) өсөн үҙенең вәкилен тәғәйен урынға ебәрә;
- коммуналь хеҙмәттәрҙең күрһәтелмәүе йә сифатһыҙ күрһәтелеүе тураһында акт коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләүгә, шулай уҡ Күп фатирлы йорттарҙың фатир-бүлмәләре һәм торлаҡ йорттарҙың милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһенең 1-се һанлы ҡушымтаһында билдәләнгән күләмдә үҙенең йөкләмәләрен үтәмәү сәбәпле башҡарыусы тарафынан неустойканы ҡайтырыуға нигеҙ булып тора.
Фатирҙағы ҡушылдырғысты ремонтлау йә алмаштырыу буйынса эштәрҙе кем башҡарырға тейеш? Күп фатирлы йортта ниҙәр дөйөм тариф иҫәбенә, ә ниҙәр туранан-тура йәшәүсе иҫәбенә ҡаралырға-тәртиптә тотолорға тейеш?
Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙең хосуси милке иҫәбенә фатир (торлаҡ йорт) ғына түгел, ә шулай уҡ был йорттағы дөйөм мөлкәт тә инә. Күп фатирлы йорттағы торлаҡ милексеһенең был йорттағы дөйөм мөлкәткә ҡарата хосуси милкенең өлөшө билдәләнгән торлаҡ майҙанына ҡарата пропорциональ рәүештә иҫәпләнә. Тимәк, милексе торлаҡ йортон да (фатирҙы) тәртиптә тоторға, шулай уҡ дөйөм мөлкәтте һаҡлап тотоуҙа ҡатнашырға тейеш. Бының өсөн, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән “Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте ҡарау...” ҡағиҙәһенә таянып, дөйөм йылылышта милекселәр йорттағы дөйөм мөлкәт теҙмәһен барларға һәм торлаҡ йортто һаҡлап тотоу һәм ремонтлау тарифын билдәләргә тейеш. Был тариф милекселәрҙең дөйөм мөлкәтенә генә ҡағылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтергә кәрәк. Дөйөм мөлкәткә тотошлай йылытыу системаһы (торлаҡ йорттағы йылытыу приборҙары менән бергә һанала), һыу менән тәьмин итеү системаһы (терәү торбалары һәм беренсе бик ҡоролмаһына тиклемге тармаҡ менән бергә һанала), (терәү һәм сығарыу торбалары менән бергә һанала) канализация системаһы инә. Бүтән һүҙҙәр менән әйткәндә, инженер коммуникацияларын ғына ҡарағанда, дөйөм мөлкәткә күп фатирлы йорттағы торлаҡ эсендәге йә уның тышындағы һәм берәүҙән күберәк торлаҡ һәм (йәки) кеше йәшәмәгән йорттарҙы (фатир) хеҙмәтләндергән барлыҡ механик, электрик, санитар-техник һәм бүтән ҡоролмалар керә.
Тимәк, дөйөм мөлкәткә инмәгән һәм торлаҡ йорт эсендә урынлашҡан коммуникацияларҙы ҡарау квитанциялағы билдәләнгән һәм түләнгән тәртиптә тотоу һәм ремонтлау тарифтары иҫәбенә түгел, ә торлаҡ йортта йәшәүселәр (милексе йәки яллаусы) иҫәбенә башҡарыла. Әгәр һеҙ торлаҡ йорттоң милексеһе икән, ҡушылдырғысты ремонтлау йә алмаштырыу һеҙҙең иҫәпкә уҙғарыла. Әгәр һеҙ яллаусы икән, һеҙҙең менән милексе тарафынан төҙөлгән найм килешеүе талаптарына иғтибар итергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, бындай килешеү талаптары буйынса, ағымдағы ремонтҡа ҡараған эштәрҙе яллаусы үтәргә, ә капиталь ремонтлау һәм ҡоролмаларҙы алмаштырыу буйынса эштәрҙе милексе үҙ иҫәбенә башҡарырға тейеш.
Ниндәй хеҙмәттәр – айырым кеше, ә ҡайһылары квадрат метр өсөн түләнә?
Торлаҡ йорт өсөн түләүҙәр йорттоң майҙанында күпме кеше теркәлгәненән сығып иҫәпләнмәй. Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексы фатир милекселәренең хосуси милектәге үҙ өлөшөнән сығып күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтен ҡарау, һаҡлап барыу өсөн яуаплылылыҡ тотҡанын, сығымдарын ҡаплап барырға тейешлеген билдәләй. Был өлөш фатирҙың дөйөм майҙаны ҙурлығына ҡарата пропорциональ рәүештә иҫәпләнә (Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 39-сы, 42-се статьялары). Шулай итеп, торлаҡты ҡарау өсөн түләүҙәр күләме квадрат метрҙан сығып иҫәпләнә.
Йылытыу өсөн түләү торлаҡ биләгән майҙандан сығып һанала. Йылылыҡ энергияһын иҫәпләгән коллектив приборҙар булған саҡта йылытыу өсөн түләү хисабына йыл аҙағында яңынан иҫәпләп сығарыуҙарҙы талап иткән үткән йылдың уртаса айлыҡ күрһәткестәре алына. Башҡа коммуналь хеҙмәттәр (һыуыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы сығарыу, газ менән тәьмин итеү) өсөн түләүҙәр иҫәпләүсе приборҙар күрһәтеүе буйынса иҫәпләнә. Иҫәпләүсе приборҙар булмаған осраҡта түләүҙәр һәр төр хеҙмәттең бер кешегә сарыф ителеүе нормативтарынан сығып ҡуйыла. Нормативтарҙың күләмен урындағы үҙидара органдары билдәләй.
Ни өсөн күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында йәшәүселәр лифт өсөн түләргә тейеш? Бит был төр хеҙмәт менән улар ҡулланмай.
Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте ҡарау ҡағиҙәһенең 2-се пунктына ярашлы (Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се һанлы ҡарары) дөйөм милек теҙмәһенә күп фатирлы йорттағы фатир өлөштәренә кермәгән һәм берәүҙән күберәк торлаҡ һәм (йәки) кеше йәшәмәгән фатир-биналарҙы хеҙмәтләндереү урын-бүлмәләр инә: фатирҙар араһындағы баҫҡыс майҙансыҡтары, күтәрмәләр, лифттар, лифт шахтаһы һәм бүтән шахталар, коридорҙар, сарлаҡтар, инженер коммуникациялар, ҡоролмалар булған техник подвалдар. Фатир милекселәре хосуси милектәге үҙ өлөшөнән сығып күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтте ҡарау сығымдарын ҡапларға тейеш.
Фатирҙа яңғыҙым йәшәйем. Күптән түгел эш буйынса 6 айға икенсе төбәккә китеп торғайным. Фатирҙа булмаған осор өсөн мин торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр счеттарын түләргә тейешменме?
Ҡулланыусының торған йортонда ваҡытлыса булмаған осорға коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләтеү тәртибе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән Күп фатирлы һәм торлаҡ йорттарҙың торлаҡ милекселәренә һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһенең VIII бүлегендә билдәләнгән.
Торлаҡ йортта бер юлы 5 календарь көнөнән оҙағыраҡ булмай торған осраҡта ҡулланыусы яҙма ғариза биреү нигеҙендә башҡарыусынан коммуналь хеҙмәттәр өсөн өсөн түләүҙәрҙе яңынан һанатырға (иҫәпләүсе приборҙар булмаған осраҡта) хаҡлы. Бының өсөн ҡулланыусы ғаризаны йортта булмаған ваҡытынан һуң бер ай эсендә биреп өлгөрөргә тейеш. Яңынан иҫәпләү коммуналь-хеҙмәттәр теҙмәһенән һыуыҡ һәм йылы һыуға, һыу менән тәьмин итеүгә, һыуҙы сығарыуға, электр уты менән тәьмин итеүгә, газ менән тәьмин итеүгә яһалыуын күҙ уңында тоторға кәрәк. Ғаризаға ҡушымта итеп ҡулланыусының һәм (йәки) теркәлгән урынында уның менән бергә йәшәгән кешенең торлаҡта булмаған осорҙоң оҙайлылығын раҫлаған документтар бирелә. Ҡулланыусының торлаҡта ваҡытлыса булмағанын түбәндәге документ раҫлай ала:
1. командировка таныҡлығының күсермәһе йәки эш урынында раҫланған командировка тураһында справка;
2. стационар дауалау учреждениеһында дауаланыуы тураһында справка;
3. ҡулланыусы исеменә бирелгән юл йөрөү билеты (был документтарҙы яҙып биреү ҡағиҙәһе буйынса унда ҡулланыусының исем-шәрифе күрһәтелгән осраҡта) йәки уның күсермәһе;
4. ҡунаҡханала, дөйөм ятаҡта йә ваҡытлыса башҡа урында йәшәгәнде раҫлаған чек-счеттар йәки уларҙың күсермәһе;
5. ҡулланыусы ваҡытлыса йәшәп киткән урында эске эштәр органдары тарафынан бирелгән ваҡытлыса теркәлеү справкаһы;
6. ҡулланыусы ваҡытлыса булмаған торлаҡ йортто һаҡлаған ойошманан справка;
7. ҡулланыусының торлаҡта ваҡытлыса булмағанын раҫлаған башҡа документтар.
Ә бына капиталь ремонтлау өсөн коммуналь хеҙмәт хаҡын яңынан иҫәпләтеү мөмкин түгел, сөнки фатирҙа һеҙ йәшәгәнһегеҙме-юҡмы фактын иҫәпкә алмайынса, йорт тәртиптә тотолорға тейеш. Йортто ҡарау өсөн түләү тарифы күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре дөйөм мөлкәтте ҡарау хаҡынан сығып билдәләнә.
Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексына ярашлы күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең милек хоҡуғына фатирҙар (торлаҡ йорт) ғына түгел, ә был йорттағы дөйөм милек тә ҡарай. Күп фатирлы йорттағы торлаҡ милексеһенең был йорттағы дөйөм мөлкәткә ҡарата хосуси милкенең өлөшө билдәләнгән торлаҡ майҙанына ҡарата пропорциональ рәүештә иҫәпләнә. Шулай итеп, ваҡытлыса ҡайҙалыр булып тороуына ҡарамаҫтан, милексе торлаҡ йортон тәртиптә тоторға һәм йорттағы дөйөм мөлкәтте ҡарауҙа ҡатнашырға тейеш.
Өҫтәге күршеләр һаҡһыҙ ҡыланыу сәбәпле фатирыбыҙҙы һыу баҫты. Бының өсөн улар яуап бирергә тейешме? Кем акт төҙөргә тейеш?
Фатирҙы һыу баҫҡанлығы тураһында актты хеҙмәтләндереүсе ойошма төҙөргә тейеш. Торлаҡ йортҡа, фатир-бүлмәләргә, инженер ҡоролмаларға, төҙөкләндереү объекттарына зыян килтергән предприятие, учреждение, ойошма, шул иҫәптән граждандар ҙа был зыяндың күләмен тулыһынса ҡапларға-ҡайтарырға тейештәр. Зыян килтереүселәргә ҡарата суд нәҡ шундай ҡарар сығара.
Беҙҙең торлаҡ йорттоң подвал ишеге һәм сарлаҡ люгы даими рәүештә асыҡ тора. Кем уларҙы ҡарарға тейеш?
Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь комплексының дәүләт комитеты (Госстрой) 2003 йылдың 27 сентябрендәге 170-се һанлы ҡарары менән раҫланған Торлаҡ фондын техник эксплуатациялау ҡағиҙәләре һәм нормаларына ярашлы техник сиҙән аҫтына, подвалға инеү ишектәре йоҙаҡҡа бикләнгән булырға, асҡыстары торлаҡ фондын ҡарау буйынса ойошмаларҙа һаҡланырға тейеш. Баҫҡыс майҙансығынан сарлаҡҡа йә йорт түбәһенә илткән люк йоҙаҡҡа бикләнгән булырға тейеш, сит кешеләргә сарлаҡҡа үтергә ярамай. Был талаптарҙы үтәү – хеҙмәтләндереүсе ойошма яуаплылығында.
Күп фатирлы йорттағы фатир милекселәренең дөйөм йыйылышында ниндәй мәсьәләләрҙе сисергә мөмкин?
Күп фатирлы йорттағы фатир милекселәренең дөйөм йыйылышы күп фатирлы йорт менән идара итеүсе орган булып тора.
Күп фатирлы йорттағы фатир милекселәренең дөйөм йыйылышы компетенцияһына түбәндәге мәсьәләләр инә:
1) күп фатирлы йортто реконструкциялау (шул иҫәптән уны киңәйтеү һәм өйгә яңы ҡаттар өҫтәп төҙөү), хужалыҡ ҡаралтыларын һәм башҡа биналар, ҡоролмалар төҙөү, күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул итеү;
2) күп фатирлы йорттоң эргәһендәге ер участкаһын файҙаланыу сиктәрен, шулай уҡ уның менән файҙаланыуға сикләүҙәр билдәләү;
3) күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте файҙаланыуға тапшырыу тураһында ҡарар сығарыу;
4) күп фатирлы йорт менән идара итеү юлдарын һайлау;
5) Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексы менән күп фатирлы йорттағы фатир милекселәренең дөйөм йыйылышы компетенцияһына ингән бүтән мәсьәләләр.
Милекселәрҙең дөйөм йыйылышын үткәреү тәртибе һәм процедураһы Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексында регламентланған. РФ Торлаҡ кодексының 46-сы статьяһына ярашлы йыйылыш һөҙөмтәһендә протокол төҙөлә. Протокол күп фатирлы йорттағы фатир милекселәренең дөйөм тауыштар һанынан 2/3 тауыш менән ҡабул ителергә тейеш.
Фатир милекселәренең дөйөм йыйылышын теләгән һәр милексе йыя ала.
Идара итеүсе компаниялар подъезды йыйыштырырға тейешме? Йәшәүселәр бындай килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға тейешме?
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се һанлы ҡарары менән ҡабул ителгән Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте ҡарау ҡағиҙәһенең (артабан – Ҡағиҙә) 11-се пунктына ярашлы, дөйөм ҡулланыу урындарын, шул иҫәптән подъездарҙы ла, йыйыштырыу һәм санитар-гигиена таҙартыуы күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте ҡарау талаптарына инә.
Шулай уҡ Ҡағиҙәнең 16-сы һәм 17-се пункттары буйынса дөйөм мөлкәтте тейешенсә ҡарау өсөн ике яҡлы – милекселәр һәм идара итеүсе компания тарафынан күп фатирлы йорт менән идара итеү хаҡында килешеү төҙөлә, был РФ Торлаҡ кодексының 161-се статьяһының 5-се бүлеге һәм 162-се статьяһына ярашлы үтәлә. Дөйөм йыйылышта милекселәр эштәр һәм хеҙмәттәр теҙмәһен, уларҙы үтәү шарттарын, финанслау мәсьәләләрен ҡарарға һәм билдәләргә тейеш.
Шулай итеп, подъездарҙы йыйыштырыу күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте ҡарау буйынса мотлаҡ эштәр теҙмәһенә инә. Шуның өсөн йорт менән идара итеү хаҡында килешеүҙә йыйыштырыу эштәренең хаҡы һәм графигы күрһәтелергә тейеш.
Идара итеүсе ойошма бер яҡлап хәл итеү рәүешендә торлаҡ хеҙмәттәргә тарифтарҙы күтәргән. Дөрөҫмө был? Закон буйынса тарифты үҙгәртеү тәртибе нисек?
РФ Торлаҡ кодексының 156-сы статьяһында торлаҡ йортто ҡарауға һәм ремонтлауға тариф күләмдәре хаҡында ҡарар сығарыу регламенты билдәләнгән. Торлаҡ милекселәре ширҡәте йә торлаҡ кооперативы йәки бүтән төрлө махсуслаштырылған ҡулланыусылар кооперативтары төҙөлмәгән күп фатирлы йорттоң торлаҡтарын ҡарауға һәм ремонтлауға хаҡтарҙың күләме был йортта йәшәүселәрҙең дөйөм йыйылышында билдәләнә. Шулай ҙа билдәләнгән был хаҡтар мотлаҡ рәүештә РФ Торлаҡ кодексының 45–48-се статьяларына ярашлы ҡаралырға, кәрәк булһа, төҙәтелергә тейеш. Күп фатирлы йорттоң торлаҡтарын ҡарауға һәм ремонтлауға хаҡтарҙың күләме идара итеүсе ойошма тәҡдимдәренән сығып, бер йылдан кәм булмаған осорға иҫәпләнә.
Күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтен ҡарауға һәм ремонтлауға хаҡтарҙың күләмен билдәләү – идара итеүсе ойошманың һәм күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең өҫтөнлөклө айырым хоҡуғы. Хаҡтар өс этапта билдәләнә: иҫәпләп сығарыу, бергәләп хәл итеү һәм ҡабул итеү.
Күп фатирлы йорттоң дөйөм мөлкәтен ҡарау һәм ремонтлауҙың мотлаҡ һәм өҫтәмә эштәренең һәм хеҙмәттәренең теҙмәһе һәм графигы тарифты иҫәпләүҙең мотлаҡ өлөшө булып тора. Торлаҡ йортто ҡарау һәм ремонтлау эштәренең һәм хеҙмәттәренең теҙмәһе, улар өсөн түләү күләме һәм структураһы РФ Торлаҡ кодексы һәм РФ Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се һанлы ҡарары менән ҡабул ителгән Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте ҡарау ҡағиҙәһе менән регламентланған.
Эш һәм хеҙмәттәр теҙмәһе, хаҡ һәм тарифтар “Торлаҡ йортто ҡарау һәм ремонтлау” статьяһы буйынса РФ Торлаҡ кодексының 45–48 статьяларында тәфсирләнгән тәртиптә дөйөм йыйылышта раҫлана. Йәғни йыйылышта ҡатнашып йәки йыйылыш үткәрмәү юлы менән тауыш биреү мөмкинлеге ҡаралған. Күп фатирлы йорт менән идара итеү килешеүе милекселәр һәм идара итеүсе ойошма мөнәсәбәттәрен (шул иҫәптән хаҡтар мөнәсәбәтен дә) көйләүсе хоҡуҡтарҙы билдәләгән төп документ булып тора. Хаҡтарҙы һәм тарифтарҙы көйләү “йортто ҡарау һәм ғәмәлдәге ремонт” статьяһы буйынса күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышында хәл итеү юлы менән генә эшләнергә тейеш.
Идара итеүсе ойошма – иҫәпләүҙәр әҙерләргә, милекселәр дөйөм йыйылыш үткәрергә һәм үҙҙәренең йортон ҡарау һәм ремонтлауға хаҡтар тураһында уртаҡ фекергә килеп, был хаҡта тәғәйен ҡарар сығарырға тейештәр.
Ғәмәлдәге ҡануниәттә идара итеүсе ойошманың торлаҡ хеҙмәттәргә тарифтарҙы бер яҡлап хәл итеү рәүешендә күтәреүе (үҙгәртеүе) ҡаралмаған. Дөйөм йыйылышта милекселәр тарифтың ҡайһы бер хаҡтар күрһәтмәһен ала йәки өҫтәй алалар. Ошо рәүешле түләү хаҡын көйләү юлы һалына.
Шулай итеп, торлаҡ йортто ҡарау һәм ремонтлауға тариф һәм тарифты иҫәпләү тәртибе Һеҙҙең күп фатирлы йорт менән идара итеү килешеүендә күрһәтелгән булырға тейеш. Тарифты иҫәпләү буйынса тулыраҡ аңлатыуҙарын һорап Һеҙгә идара итеүсе ойошмаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Торлаҡ милекселәре ширҡәте үҙе йорт менән идара итергә ниәтләне, ниндәй һорауҙар уның компетенцияһында булыр?
Торлаҡ милекселәре ширҡәте йорттағы дөйөм милекте ҡарау һәм ремонтлау, коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса килешеүҙәр төҙөү, йыллыҡ сығым һәм килем сметаларын билдәләү хоҡуҡтарына эйә. Был сметалар нигеҙендә һәр айырым милексе өсөн түләүҙәр һәм иғәнәләр күләме иҫәпләнә.
Бынан тыш торлаҡ милекселәре ширҡәте йортта йәшәүселәргә өҫтәмә хеҙмәттәр күрһәтеүе мөмкин: кәрәк булған осраҡта ҡулланырға банк картаһы биреп тора, эш һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәрҙе килешеү буйынса иҫәпләтә, шулай уҡ ширҡәт милкенә ҡараған мөлкәтте һата, алмаштыра йәки арендаға бирә ала.
Йорт буйынса етәксене яңынан һайлау өсөн кем исеменә ғариза яҙырға кәрәк?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 44-се һәм 46-сы статьяларының 1-се пункттарына ярашлы күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышы күп фатирлы йорт менән идара итеүсе орган булып тора. Күп фатирлы йортттағы торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары ҡатнашыусылар араһынан күпселектең тауыш биреүе менән ҡабул ителә һәм тәғәйен рәүештә протоколға индерелә. Күп фатирлы йорттоң һәр милексеһе йыйылыштың инициаторы була ала.
Күп фатирлы йорттоң дөйөм милкенә ниҙәр ҡарай?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 36-сы статьяһына ярашлы күп фатирлы йорттағы фатир өлөштәренә кермәгән һәм берәүҙән күберәк торлаҡ һәм (йәки) кеше йәшәмәгән фатир-биналарҙы хеҙмәтләндереү урын-бүлмәләре, фатирҙар араһындағы баҫҡыс майҙансыҡтары, күтәрмәләр, лифттар, лифт шахтаһы һәм бүтән шахталар, коридорҙар, сарлаҡтар, инженер коммуникациялар, ҡоролмалар булған техник подвалдар, шулай уҡ түбәләр, йорттоң ҡоймалап тотоп тороусы (тотоп тормаусы) конструкциялары, бина тышындағы йә эсендәге бер кешенән күберәк кешене хеҙмәтләндерә алған механик, электрик санитар-техник йә бүтәр ҡоролмалар, йорт урынлашҡан йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү элементтары менән ер участкаһы һәм билдәләнгән ер участкаһы биләмәһендәге был йортто хеҙмәтләндереүгә, эксплуатациялауға һәм төҙөкләндереүгә иҫәпләнгән башҡа объекттар дөйөм өлөшләтә милек хоҡуғы сифатында торлаҡ милекселәренеке булып һанала (күп фатирлы йорттоң дөйөм милке).
Коммуналь хеҙмәттәрҙе дөйөм өй буйынса ҡулланыуҙы иҫәпләү нисек башҡарыла?
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән Күп фатирлы һәм торлаҡ йорттарҙың торлаҡ милекселәре һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһенә (артабан – Ҡағиҙә) ярашлы милекселәр һәм фатирҙы түләп файҙаланыусылар шәхси ҡулланыуҙы ғына түгел, ә шулай уҡ дөйөм йорт ихтыяждарына киткән коммуналь ресурстар сығымын (дөйөм йорт ҡоролмаларын эксплутациялағанда сарыф ителгән күләм) түләргә, йорт эсендәге коммуникацияларҙы эксплутациялағанда технологик нормативтар рәүештә юғалтыуҙарҙы ҡапларға тейеш.
Дөйөм йорттоң иҫәпләүсе приборҙары күрһәтеүе йәки ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың күп фатирлы йортҡа күпме коммуналь ресурстар сарыф итеүе хаҡында биргән мәғлүмәттәрҙә күрһәтелгән күләм менән индивидуаль иҫәпләүсе приборҙар күрһәтеүе һәм ҡулланыу нормативтары буйынса билдәләнгән йорттоң барлыҡ торлаҡтарының уларҙы ҡулланыу күләменең ҡушылдығынан килеп сыҡҡан айырма барлыҡ торлаҡ йорттарға бүленеп сыға.
Түләү осоро өсөн коллектив (дөйөм йорт) иҫәпләүсе приборҙарҙың күрһәтеүҙәренән сығып билдәләнгән коммуналь ресурстың күләме менән ошо уҡ түләү осоронда торлаҡ һәм кеше йәшәмәгән барлыҡ йорттарға күрһәтелгән айырым төр коммуналь хеҙмәттең күләменең килеп сыҡҡан ошо айырмаһын йылытыу ихтыяжы өсөн йылытыу һәм газ менән тәьмин итеүгә ҡарата – торлаҡтың дөйөм майҙаны ҙурлығына ҡарап пропорциональ рәүештә, ә һыуыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин итеүгә, электр уты менән тәьмин итеүгә, аш бешереү һәм йылытыуға тәғәйенләнгән газ менән тәьмин итеүгә ҡарата – һәр айырым йортта (фатирҙа) даими һәм ваҡытлыса йәшәгән кешеләргә ҡарап һәр торлаҡ йортҡа (фатирға) башҡарыусы бүлеп сығырға тейешлеген Ҡағиҙәнең 47-се пункты билдәләй.
Коммуналь ресурстар, торлаҡ йорт милекселәренең һәм фатирҙы түләп ҡулланыусыларының индивидуаль ҡулланыуҙарынан тыш, күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте эксплуатациялауға ла сарыф ителә. Атап әйткәндә, һыуыҡ һыу кеүек коммуналь ресурс, мәҫәлән, йорт эсендәге инженер системалар эшенә, уларҙы йыуыу, дөйөм ҡулланыу урындарын йыйыштырыу маҡсатында, күп фатирлы йорттоң дөйөм милкен ремонтлағанда сарыф ителә. Шулай уҡ йорт эсендәге коммуникацияларҙы эксплуатациялағандағы технологик юғалтыуҙар нормативтары булыуын да иҫәпкә алырға кәрәк.
Магистраль һәм кварталдағы үткәргес торбалар аварияһы арҡаһында барлыҡҡа килгән коммуналь ресурс юғалтыуҙары күләмен иҫәпләгәндә был осраҡта граждандарҙың ҡулланыуы һаналмауын иғтибар үҙәгенә алып үтергә кәрәк. Сөнки бындай юғалтыуҙар коллектив (йорт эсендәге дөйөм) иҫәпләүсе приборҙар урынынан ситтә булған селтәрҙәрҙә үтә.
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 157-се статьяһының 1-се пунктына ярашлы коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр иҫәпләүсе приборҙар күрһәтеүенән, ә улар булмаған осраҡта – Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыу нормативтарынан сығып иҫәпләнә.
“Һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү” һәм “йылы һыу менән тәьмин итеү” кеүек коммуналь ресурстарҙы үҙегеҙҙең шәхси ҡулланыуығыҙҙан сығып фактик рәүештә иҫәпләтеү һәм ҡулланылған коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр сығымдарын кәметеү маҡсатында биләгән торлаҡ йортоғоҙҙа (фатирығыҙҙа) һыуыҡ һәм йылы һыуға индивидуаль иҫәпләүсе приборҙар ҡуйҙырырға кәңәш итәбеҙ.
Коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итмәүҙәре фактын нисек иҫбатларға?
Коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итмәүҙәре фактын билдәләү тәртибе Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән Күп фатирлы һәм торлаҡ йорттарҙың торлаҡ милекселәре һәм ҡулланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһенең (артабан – Ҡағиҙә) Х бүлегендә аныҡланған.
Билдәләнгән оҙайлылыҡты арттырып ебәргән өҙөклөктәр, шулай уҡ ремонт һәм профилактик эштәр мәлендәге билдәләнгән оҙайлылыҡты арттырып ебәргән өҙөклөктәр менән күрһәтелгән коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең күләмен яңынан иҫәпләтеү Ҡағиҙәнең IX бүлегендә тәфсирләнгән тәртиптә бойомға ашырыла.
Ниндәй йорттар күп фатирлылар категорияһына ҡарай?
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 28 ғинуарындағы 47-се һанлы “Бинаны торлаҡ йорт фондына индереү, торлаҡ йорттоң йәшәүгә яраҡһыҙлығын билдәләү һәм күп фатирлы йортто авария хәлендә, һүтеү йәки реконструкциялауға мохтаж тип таныу положениеһын раҫлау тураһында” ҡарарына ярашлы күп фатирлы йорт рәтенә торлаҡ йортҡа тоташҡан ер участкаһына үҙаллы сығыу урындары йәки дөйөм ҡулланыу урындары булған барлығы ике һәм унан күберәк фатирлы йорт керә. Күп фатирлы йорт торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы был йортта дөйөм ҡулланыу урындары элементтарын үҙ эсенә ала.
Әгәр ҙә йәшәүсе дөйөм йыйылыш ҡарары менән риза түгел икән?
Күп фатирлы йорт милекселәренең дөйөм йыйылышында Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының талаптарына яуап бирмәгән ҡарарына ҡарата был йорттоң торлаҡ милексеһе түбәндәге осраҡтарҙа судҡа ялыу биреүгә хаҡлы:
– дөйөм йыйылышта ул ҡатнашмаған осраҡта;
– был ҡарарҙы ҡабул итеүгә ул ҡаршы тауыш биргән осраҡта;
– был ҡарар менән уның хоҡуҡтары һәм законлы мәнфәғәттәре ҡыҫырыҡланған осраҡта.
Ялыу ғаризаһы судҡа милексенең бындай ҡарар ҡабул ителгәнен белгәндән һәм (йәки) белергә тейеш булғандан һуң 6 ай эсендә бирелеүе зарур.
Суд эштең бөтә шарттарын иҫәпкә алып ялыу бирелгән дөйөм йыйылыш ҡарарын түбәндәге осраҡтарҙа үҙ көсөндә ҡалдыра ала:
– милексенең тауышы тауыш биреү һөҙөмтәһенә йоғонто яһай алмаған осраҡта;
– ебәрелгән хаталар әһәмиәтле булмаған осраҡта;
– ҡабул ителгән ҡарар милексегә сығымдар талап иткән зыян килтермәгән осраҡта.
Йыйылыштың тулы хоҡуҡлы булыуы өсөн етерлек ҡатнашыусылар һанын йыя алмаған (кворум) осраҡта ниҙәр эшләргә?
Күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәренең дөйөм ҡарары йыйылыш (көн үҙәгендә торған мәсьәлә хаҡында уртаҡ фекер алышыу һәм тауыш биреүгә ҡуйылған һорауҙар буйынса ҡарар ҡабул итеү өсөн барыһының бергә тупланыуы) үткәрмәү юлы менән дә ҡабул ителеүе мөмкин. Йәғни яҙма рәүешендә ситтән тороп тауыш биреү мөмкинлеге лә ҡаралған. Ләкин был төрлө мөрәжәғәттәр һәр милексе адресына барып етергә тейеш.
Ситтән тороп тауыш биреү рәүешендә уҙған күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышында ҡатнашыусылар тип тауыш биреү ваҡыты тамамланып өлгөрмәгән мәлдә тауыш биргән тәғәйен йорт милекселәре һанала.
Тауышҡа ҡуйылған мәсьәләгә ҡарата милексенең ҡарарында түбәндәге мәғлүмәт күрһәтелергә тейеш:
– тауыш биреүҙә ҡатнашыусы кеше тураһында мәғлүмәт;
– тауыш биреүҙә ҡатнашыусы милексенең тәғәйен йорттағы милеккә хоҡуғын раҫлаған документ тураһында мәғлүмәт;
– көн үҙәгенә ҡуйылған һорау буйынса билдәләмә ҡаршыһындағы тауыштар һаны:
1) “ыңғай”;
2) “ҡаршы”;
3) “тауыш биреүҙән тыйылам”.
Күп фатирлы йорт менән идара итеүҙең төрлө алымдарын бергә ҡушып алып барырға мөмкинме?
Күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре Рәсәй Федерацияһының Торлаҡ кодексында күрһәтелгән йорт менән идара итеү алымдарынан тик береһен генә һайлап алырға бурыслы. Шуның өсөн күп фатирлы йорт менән идара итеүҙең төрлө алымдарын бергә ҡушып алып барырға ярамай.
Йорт ҡыйығында аҫылынып торған боҙбармаҡтарҙы ваҡытында кем таҙартып торорға тейеш? Ваҡытында таҙартылмаған түбә өсөн берәй төрлө яуаплылыҡ ҡаралғанмы? Бындай хәлдәр граждандарҙың һаулығын һәм ғүмерен туранан-тура ҡурҡыныс аҫтына ҡуя бит.
Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы торлаҡ йорттарҙы тейешле кимәлдә ҡарау-тәрбиәләү өсөн идара итеүсе компания (хеҙмәтләндереүсе ойошма) яуаплылыҡ тота. Тимәк, йорт түбәһен ваҡытында ҡарҙан, боҙбармаҡтарҙан таҙартыу кеүек эштәрҙе әйтеп үтелгән ойошма башҡарырға тейеш.
Күп фатирлы йорт менән идара итеү алымын нисек һайларға?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 161-се статьяһының 2-се өлөшөнә ярашлы күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре йорт менән идара итеүҙең бер алымын һайлап алырға тейеш.
Күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре тарафынан йорт менән идара итеү алымы һайланмаған йә һайланып та, ҡулланылмаған осраҡта был күп фатирлы йорт менән идара итергә дәғүә итер өсөн ойошмалар араһында асыҡ конкурс иғлан ителә.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 6 февралендәге 75-се һанлы ҡарары менән раҫланған “Күп фатирлы йорт менән идара итеү өсөн урындағы үҙидаралыҡ органының идарасы ойошма һайлап алыу буйынса асыҡ конкурс үткәреү ҡағиҙәһе”нә ярашлы:
– конкурста ҡатнашыуға заявкалар конверттарын асыу процедураһы көнө етмәҫтән 25 көн алда конкурсты ойоштороусы күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәренә танышып сығыу өсөн уңайлы булған урындарҙа – күп фатирлы йорттоң һәр подъездарында йәки йорт урынлашҡан ер участкаһы биләмәһендә ҡуйылған иғлан таҡталарында – белдереүҙәр беркетеү юлы менән күп фатирлы йорттоң барлыҡ торлаҡ милекселәренә конкурс уҙғарыу ваҡыты тураһында хәбәр итергә тейеш;
– конкурсты ойоштороусы конкурстың протоколын раҫлағас, был хаҡта 10 көн эсендә күп фатирлы йорттоң барлыҡ торлаҡ милекселәрен йорт менән идара итеү алымының шарттары менән таныштырырға тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 162-се статьяһына ярашлы, әгәр ҙә йорт менән идара итеү килешеүендә башҡаһы ҡаралмаған булһа, идара итеүсе ойошма һәр йыл һайын ағымдағы йылдың беренсе кварталы ваҡыты эсендә үткән йыл өсөн идара итеү килешеүен үтәүе тураһында күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәренә отчет тапшырырға бурыслы.
Идара итеүсе ойошма закон буйынса йә күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре менән төҙөлгән килешеү буйынса үтәргә тейешле бурыстарын башҡармаған осраҡта милекселәр был хаҡта ялыу менән судҡа мөрәжәғәт итергә хаҡлы.
Газға счетчик ҡуйылған осраҡта йорт эсендәге газ торбаһы һәм дөйөм милек булып иҫәпләнгән газ ҡоролмаларының техник хеҙмәтләндереү сығымдарын кем ҡаплап барырға тейеш?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 154-се статьяһына ярашлы күп фатирлы йорттоң торлаҡ яллаусыһы, уның милексеһе өсөн дә түләү структураһын күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте тәртиптә тотоу һәм ағымдағы ремонт эштәрен һәм хеҙмәттәрен үҙ эсенә алған торлаҡ йортто тәртиптә тотоу һәм ремонтлау буйынса түләүҙәрҙе билдәләй. Күп фатирлы йорттоң дөйөм милкенә ҡараған йорт эсендәге газ торбаһы һәм газ ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү хаҡы йортто тәртиптә тотоу һәм ремонтлау түләүенә ҡушылып иҫәпләнергә тейеш. Был хаҡ биләгән квадрат метр майҙаны иҫәбе менән урындағы үҙидара органы менән раҫлана.
РФ Торлаҡ кодексының 154-се статьяһының 3-сө бүлегендә торлаҡ йорт милекселәренең уларҙы тәртиптә тотоу һәм ремонтлау, шул иҫәптән йорт эсендәге газ ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү сығымдарын ҡапларға тейешлеге күрһәтелгән.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2006 йылдың 13 авгусындағы 491-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән “Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте ҡарау...” ҡағиҙәһе Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте талаптарына ярашлы дөйөм милекте ҡарауҙы тәьмин иткән, шул иҫәптән йорт эсендәге электр, йылытыу, газ һәм һыу менән тәьмин итеү, һыуҙы сығарыу сығымдарын үҙ эсенә алған торлаҡ йортто тәртиптә тотоу һәм ремонтлау түләүҙәре күләмен билдәләүҙе күҙ уңында тота.
Торлаҡ милекселәре ширҡәте йәки торлаҡ кооперативы йә булмаһа башҡа махсуслаштырылған ҡулланыусылар кооперативы ойошторолмаған күп фатирлы йорттарҙа, Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 156-сы статьяһына ярашлы, йортто тәртиптә тотоу һәм ремонтлау буйынса түләүҙәр күләме йорт милекселәренең дөйөм йыйылышында билдәләнә. Түләү күләме идара итеүсе ойошма тәҡдим иткән хаҡтарҙан сығып, бер йылдан кәм булмаған ваҡытҡа ҡабул ителә.
Торлаҡ фондын ҡарау һәм ремонтлау талаптарын һәм тәртибен билдәләгән Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса федераль агентлыҡтың (Госстрой) 2003 йылдың 27 сентябрендәге 170-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән Торлаҡ фондын техник эксплуатациялау ҡағиҙәләре һәм нормалары (артабан – Ҡағиҙә) буйынса, торлаҡ фондының инженер йыһаздары иҫәбенә ингән йорт эсендәге газ менән тәьмин итеү ҡоролмаларының техник торошо өсөн яуаплылыҡ, газ менән ҡулланыу ҡағиҙәләрен үтәүҙе контролдә тотоу бурысы ҡулланыусы һәм торлаҡ фондын хеҙмәтләндереүсе ойошма иңдәренә һалына.
Йорттоң инженер системаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлауҙы үҙ эсенә алған торлаҡ фондын эксплуатациялау эшмәкәрлеген ойоштороу торлаҡ фонды милексеһе йәки уның вәкәләтле хеҙмәтләндереүсе ойошмаһы яуаплылығына инә.
Йорттоң инженер системаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау диспетчер һәм авария хеҙмәтләндереүен, байҡауҙы, миҙгелле эксплуатациялауға әҙерлекте, ағымдағы һәм капиталь ремонтлауҙы үҙ эсенә ала. Шул уҡ ваҡытта торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү буйынса ойошма ваҡытында махсуслаштырылған компаниялар менән йорт эсендәге газ менән тәьмин итеү ҡоролмаларын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау (шул иҫәптән алмаштырыу) тураһында килешеү төҙөп ҡуйырға тейешле.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 6 майындағы 354-се һанлы ҡарары менән ҡабул иткән Күп фатирлы йорттарҙа фатир һәм торлаҡ йорт милекселәренә һәм файҙаланыусыларына коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәһенең 129-сы пункты йорт эсендәге газ ҡоролмаһының һәм фатир эсендәге газ ҡоролмаһының тейешле техник торошон тәьмин итеү һәм уларҙы хәүеф-хәтәрһеҙ эксплуатациялау бурысы Ҡулланыусы иңенә һалынғанын билдәләй.
Күп фатирлы йортта күпселек тауыш менән һыуыҡ һәм йылы һыу менән тәьмин итеү системаларын капиталь ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бынан алда милекселәрҙең береһе фатирында ҡиммәтле ремонт башҡарҙы, санузелдағы һыуыҡ һәм йылы һыу торбаларын ҡумта эсенә япты, ҡумтаға керамик плиткалар йәбештереп ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта ул идара итеүсе компания сығымдарҙы тулыһынса компенсациялаясаҡ йәки ҡутарылған ҡумта һәм плиткаларҙы киренән йүнәтәсәк тигән шарт менән эштәрҙе башҡарырға ризалығын бирә. Уның бындай талаптар ҡуйырға хоҡуғы бармы?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 46-сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау тураһында ҡарар күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәренең тауыш биргән дөйөм һанынан күпселек (өстән ике өлөш) тауыш менән ҡабул ителә. Тәртип буйынса ҡабул ителгән күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең бөтәһе өсөн, шул иҫәптән тауыш биреүҙә ҡатнашмаған милекселәр өсөн дә мотлаҡ шарт булып һанала.
Был осраҡта телгә алынған милексенең талаптары дөрөҫ түгел, сөнки нәҡ милексе дөйөм милеккә үтеү-ҡулланыу мөмкинлеген тәьмин итергә тейеш. Һорауҙы ике яҡлы уртаҡ килешеү ярҙамында хәл итеп булмаған осраҡта фәҡәт ремонт эштәрен башҡарыу ваҡытын кисектереү, башҡа милекселәрҙең мәнфәғәтен боҙоу кеүек сығымдарҙы түләттереү тәртибен күҙ уңында тотҡан суд аша ҡарар ҡабул итеү варианты ҡала.
Беҙҙең йортҡа ҡасан ремонт үткәреләсәген ҡайҙан ҡарап белергә була?
Республика программаһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәсми сайтында баҫылған. Программа йыл һайын актуалләштерелә.
http://www.npa.bashkortostan.ru/?show=1&seed=6334
Граждандарға уңайлылыҡ өсөн “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының сайтында Үҙеңдең йортоңдо эҙләү бүлеге булдырылған.
Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаларын кем раҫлай һәм, ғөмүмән, нимәгә кәрәк улар?
Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаларын Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының юғары башҡарма органдары раҫлай.
Был программалар капиталь ремонтлау эштәрен планлаштырыу һәм уларҙы ойоштороу, Рәсәй Федерацияһы субъекты бюджеты, урындағы бюджет иҫәбенә капиталь ремонтлау уҙғарыуға дәүләт һәм муниципаль ярҙам бүлеү маҡсатында раҫлана.
Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһында ниндәй эштәр ҡаралған?
Күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһында түбәндәгеләр ҡаралған:
1. йәшәргә яраҡһыҙ һәм һүтергә тейешле тип танылған күп фатирлы йорттарҙан башҡа Рәсәй Федерацияһы субъекты биләмәһендә урынлашҡан бөтә күп фатирлы йорттар теҙмәһе;
2. күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса планлаштырылған хеҙмәт һәм (йәки) эштәр төрҙәре;
3. күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәткә планлаштырылған ремонт үткәреү ваҡыты. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһына үҙгәрештәр индереү (билдәләнгән ваҡыттан һуңыраҡ мәлгә күсереү, күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса планлаштырылған хеҙмәт һәм (йәки) эштәр төрҙәре теҙмәһен кәметеү), был күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәре тейешле ҡарар ҡабул итеү осрағынан тыш, тыйыла;
4. капиталь ремонтлауға түләүҙең минималь күләмен иҫәпләү тәртибен билдәләү;
5. торлаҡ милекселәре махсус иҫәптәрҙә капиталь ремонтлау фондын формалаштырыуҙы булдырған күп фатирлы йортҡа ҡарата әйтеп үтелгән мотлаҡ фондтың минималь күләмен иҫәпләү тәртибен билдәләү.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарына күп фатирлы йорттағы дөйөм милеккә капиталь ремонтлау буйынса адреслы оҙайлы программаларҙы һәм 3 йылға тиклем ҡыҫҡа мөҙҙәтле капиталь ремонтлау пландарын төҙөүгә аҙ ваҡыт бирелеүҙе иҫәпкә алғанда, ни рәүешле башҡарылырға тейеш ул?
РФ Торлаҡ кодексына ярашлы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан капиталь ремонтлауҙы үткәреү кәрәклеген билдәләү тәртибе раҫланырға тейеш. Ул күп фатирлы йорттарҙың техник торошон баһалау процедураһына ла ҡағыла. Закон баһалау процедураһына артыҡ ҡәтғи талаптар ҡуймай. Бындай баһалау эше өйҙө тикшереп сығыу юлы менән дә, шулай уҡ йортто эксплуатацияға индереү ваҡыты, быға тиклем конструкция элементтарына һәм инженер системаларына үткәрелгән капиталь ремонтлау тураһында документтар нигеҙендә лә бойомға ашырыла алалыр тип иҫәпләйбеҙ.
Капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһын актуалләштереү (РФ Торлаҡ кодексының 168-се статьяһының 5-се пункты – йылына бер тапҡыр) нимәне аңлата?
Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 168-се статьяһының 5-се пунктына ярашлы капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһын йылына бер тапҡырҙан кәм түгел мәртәбә актуалләштереү мотлаҡ һанала.
Был төбәк программаһында йыл эсендә күп фатирлы йорттар теҙмәһендәге үҙгәрештәрҙең сағылыш табыуы тейешлеген аңлата. Йәғни йәшәргә яраҡһыҙ тип танылған йорттар исемлектән төшөрөлөргә, ә эксплуатацияға индерелгән яңы йорттар – теҙмәгә индерелергә, шулай уҡ күп фатирлы йорттоң техник торошо буйынса уҙғарылған мониторинг һөҙөмтәләре, капиталь ремонтлау эштәренең ҡайһы берҙәре үтәлгән (милекселәр ҡарары буйынса ла) осраҡта эш төрҙәренә ҡарата керетелгән төҙәтмәләр иҫәпкә алынырға тейеш.