БАШ
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Республика капиталь ремонт үткәреүгә Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фондынан 28 миллион һум аласаҡ

27
Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында хәбәр ителеүенсә, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды идараһы Башҡортостандың күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү өсөн финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкаһын хупланы.
Шуға ярашлы, республика дәүләт корпорацияһынан 28,03 миллион һум аҡса аласаҡ. Ҡушып финанслау тәртибендә төбәк 213,72 миллион һум өҫтәй. Был аҡса һигеҙ муниципаль берәмек биләмәһендә урынлашҡан 53 күп фатирлы йортҡа капиталь ремонт үткәреүгә йүнәлтелгән. Программаны тормошҡа ашырыу 6803 кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.