БАШ
Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

2020 йылдың 1 июленән Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны иҫәпләү тәртибе үҙгәрә

14

Федераль ҡануниәткә ярашлы Башҡортостан Республикаһының 2008 йылдың 24 ноябрендәге 69-з һанлы «Башҡортостан Республикаһында айырым категориялы граждандарға торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр буйынса социаль ярҙам саралары күрһәтеү формалары тураһында» законына үҙгәрештәр индерелде.

Ветерандар тураһындағы, радиация йоғонтоһона дусар булған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы, инвалидтарға социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы федераль закондарҙы, шулай уҡ хеҙмәт ветерандарына, тыл эшсәндәренә, күп балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү тураһындағы төбәк закондарын үтәүгә ярашлы 2020 йылдың 1 июленән торлаҡ йорт һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр сығымдарын айлыҡ аҡсалата компенсациялау тәртибе билдәләнә. Был хаҡтар ҡануниәт менән билдәләнгән күләмдә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең фактик нигеҙҙә иҫәпләнеүенән сығып аныҡлана. Әлеге мәлдә был түләүҙәр һәр тораҡ пункт өсөн аныҡ ваҡытҡа БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы билдәләгән стандарттар нигеҙендә иҫәпләнеүен хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.

Яҡын арала идарасы һәм ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар йөҙөндә хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен асыҡларға һәм хәл итергә кәрәк буласаҡ. Республиканың дәүләт власы органдарына муниципалитеттар менән берлектә халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, идара итеүсе ойошмалар менән бәйләнеш булдырыу буйынса грамоталы эште ойоштороу талап ителә. Атап әйткәндә, БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы тарафынан торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеүселәр өсөн һорау алыу ҡағыҙҙары әҙерләнәсәк. Уларҙа льготалы категорияға ҡараған граждандарҙың иҫәбе кеүек күп параметрҙар билдәләнәсәк. Был процесс оҙаҡҡа һуҙылмаҫҡа тейеш.

БР-ҙың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетында идарасы ойошмаларҙы тикшереү буйынса график раҫланғанын билдәләп үтергә кәрәк. Шулай уҡ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһында тәғәйен мәғлүмәт урынлаштырылыуы ла мониторингланасаҡ. Дәүләт комитеты юиридик шәхестәрҙе йәлеп итмәйенсә лә тикшереүҙәр үткәреүгә хоҡуҡлы. Системала тәғәйен мәғлүмәтте урынлаштырмау өсөн администратиф штраф һалыныуы тураһында иҫкәртәбеҙ.