РФ Торлаҡ кодексының 170-се статьяһының 3-сө пунктына ярашлы күп фатирлы йорттоң торлаҡ милекселәре капиталь ремонтлау фондын булдырыу өсөн түбәнге ысул һайлауға хоҡуҡлы:
аҡсалата махсус иҫәптә йыйылып барасаҡ капиталь ремонтлау фондын булдырыу маҡсатында капиталь ремонтлауға тәғәйен иғәнәләрҙе махсус иҫәпкә күсереп барыу ысулы;
күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең региональ операторға ҡарата мотлаҡ хоҡуғы рәүешендә капиталь ремонтлау фондын булдырыу маҡсатында капиталь ремонтлауға тәғәйен иғәнәләрҙе Төбәк операторы иҫәбенә күсереп барыу ысулы.
Торлаҡ милекселәре капиталь ремонтлау фондын махсус иҫәптә булдырырға ҡарар сығарған осраҡта:
РФ Торлаҡ кодексының 175-се статьяһының 6-сы пунктына ярашлы махсус иҫәптә булған аҡсалар был иҫәп хужаһының йөкләмәләрен түләтеүгә йүнәлтелә алмай. Әлбиттә, РФ Торлаҡ кодексының 44-се статьяһы 2-се бүлеге 1.2 пунктында билдәләнгән күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә төҙөлгән килешеүҙәр (мәҫәлән, күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау сығымдарын ҡаплауға тотонолған кредит һәм заем килешеүҙәре), шулай уҡ капиталь ремонтлау тураһында күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарары нигеҙендә был күп фатирлы йорттағы дөйөм милекте капиталь ремонтлау эштәрен үтәү һәм (йәки) хеҙмәттәр күрһәтеүгә тип йә иһә бүтән законлы нигеҙҙә төҙөлгән килешеүҙәрҙән барлыҡҡа килгән йөкләмәләрҙе иҫәпкә алмағанда.
РФ Торлаҡ кодексының 175-се статьяһының 7-се пунктына ярашлы махсус иҫәп хужаһын банкрот тип таныған осраҡта махсус иҫәптә йыйылған аҡсалар конкурс массаһына индерелмәй.
Күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәре (йәки РФ Торлаҡ кодексының 170-се статьяһының 7-се пунктына ярашлы урындағы үҙидара органы) капиталь ремонтлау фондын Төбәк операторы иҫәбендә тупларға тигән ҡарар сығарған осраҡта: Төбәк операторы эшмәкәрлегенең финанс яҡтан тотороҡлолоғон тәьмин итеү талабы РФ Торлаҡ кодексының 185-се статьяһы һәм Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән билдәләнә.
Йыл һайын Төбәк операторының капиталь ремонтлау буйынса төбәк программаһын финанслауға тотонорға хаҡлы саралар күләме капиталь ремонтлауға үткән йыл төбәк оператор иҫәбенә күскән иғәнәләр күләменән өлөш рәүешендә иҫәпләнә. Шул уҡ ваҡытта әйтеп кителгән өлөш күләме Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән билдәләнә.
Төбәк операторы эшмәкәрлегенең финанс яҡтан тотороҡлолоғон тәьмин итеүгә өҫтәмә талаптар Рәсәй Федерацияһы субъекты законы менән билдәләнеү мөмкинлеге ҡаралған.
Төбәк операторы эшмәкәрлеген Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 186-сы статьяһына ярашлы түбәндәге органдар контролдә тота:
Рәсәй Федерацияһы субъектының башҡарма властың вәкәләтле органы. Ул Рәсәй Федерацияһы субъекты дәүләт власының юғары башҡарма органы билдәләгән тәртиптә Төбәк операторы эшмәкәрлегенең ҡуйылған талаптарға ярашлы бойомға ашырылыуын контролдә тота.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте билдәләгән тәртиптә финанс-бюджет өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса функцияларҙы бойомға ашырыусы башҡарма властың федераль органы: Төбәк операторының капиталь ремонтлауға тип дәүләт ярҙамы, муниципаль ярҙам рәүешендә бүленгән сараларҙы, шулай уҡ күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәренең капиталь ремонтлау фондын тулыландырған махсус иҫәптәге, Төбәк операторы иҫәбендәге сараларҙы нисек ҡулланыуын контролдә тота; Төбәк операторына асыҡланған Рәсәй Федерацияһы ҡануниәте талаптарын боҙоуҙы бөтөрөү тураһында күрһәтмәләр һәм (йәки) бойороҡтар ебәрә.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт финанс контроле органдары һәм муниципаль берәмектәрҙең муниципаль финанс контроле органдары, Рәсәй Федерацияһының Иҫәп палатаһы, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының һәм муниципаль берәмектәренең контроль-иҫәп һәм финанс органдары. Улар Рәсәй Федерацияһының бюджет ҡануниәте билдәләгән тәртиптә Төбәк операторының тейешле бюджетты нисек ҡулланыуын финанс яҡтан контролдә тота.
РФ Торлаҡ кодексының 188-се статьяһының 1-се һәм 2-се пункттарына ярашлы күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәре менән төҙөлгән килешеүҙәрҙән (ғәмәлдәге Кодекс һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының закондарына ярашлы юридик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән килешеү) ғәмәлгә ингән талаптарҙы Төбәк операторы үтәмәү йәки тейешле кимәлдә үтәмәү һөҙөмтәһендә милекселәргә килтерелгән зыян гражданлыҡ ҡануниәте буйынса ҡапланырға, ҡайтарылырға тейешле. Рәсәй Федерацияһы субъекты Төбәк операторының күп фатирлы йорттағы торлаҡ милекселәре алдындағы өҫтә әйтеп үтелгән бурыс-йөкләмәләрҙе үтәүе буйынса субсидиар яуаплылыҡ тота.