Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

“Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү” номинацияһында “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы

Начало проекта: 27 Апрель 2018

“Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсы урындағы үҙидара органдарының әүҙемлеген арттырыу, урындағы әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеү һәм муниципаль идара итеүҙе ойоштороу буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең иң яҡшы тәжрибәһен асыҡлау, дәртләндереү һәм таратыу өсөн үткәрелә.

Конкурс йыл һайын ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем уҙғарыла.

Конкурстың методик яҡтан тәьмин ителеүен Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы бойомға ашыра.

Бәйгелә ҡала округтары, ҡала һәм ауыл биләмәләре ҡатнаша ала. Улар түбәндәге төркөмдәргә бүленә:

I категория – ҡала округтары (эске бүленеше булған ҡала округтары) һәм ҡала биләмәләре;

II категория – ауыл биләмәләре.

Конкурсҡа заявкалар Рәсәй Федерацияһы Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының 2017 йылдың 28 февралендәге 587/пр һанлы “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының “Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү” номинацияһында ҡатнашыу өсөн муниципаль берәмектең конкурс заявкаһы формаһын раҫлау тураһында” Бойороғо менән билдәләнгән формала тапшырыла.

Конкурс заявкалары “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсы төбәк этабының “Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү” номинацияһында ҡатнашыу өсөн муниципаль берәмектең конкурс заявкаһын баһалау методикаһына ярашлы баһалана. Методика Рәсәй Федерацияһы Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының 2017 йылдың 6 апрелендәге 690/пр һанлы Бойороғо менән раҫланған.

Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары етәкселегендәге конкурс комиссияһы билдәләй.

Конкурстың еңеүселәренә аҡсалата премиялар ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү буйынса саралар уҙғарыуға йүнәлтелә.

2017 йылда конкурстың еңеүселәре тип табылған муниципаль берәмектәр исемлеге

I төркөм – ҡала округтары (эске бүленеше булған ҡала округтары) һәм ҡала биләмәләре:

Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы ҡала округы – “Коммунальниктар паркы” миҫалында бәләкәй ял итеү урындарын төҙөкләндереү һәм үҫтереү” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районының Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе – Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль районының Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе территорияһында парк һәм скверҙарҙы реконструкциялау һәм төҙөкләндереү” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы – “Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының үҙәк парктарында йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы – “Ҡала биләмәһе – “Ватан” паркын төҙөү” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһе – “Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы Туймазы ҡалаһы ҡала биләмәһенең йылылыҡ менән тәьмин итеү өлкәһендә коммуналь инфраструктура системаһын реконструкциялау” тәжрибәһе.

II төркөм – ауыл биләмәләре:

Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районының Асҡар ауылы ауыл биләмәһе – “Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы муниципаль районының Асҡар ауылы ауыл биләмәһендә ял итеү урынын төҙөкләндереү” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы муниципаль районының Күкҡуян ауылы ауыл биләмәһе – “Ут менән килешеп булмай” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы муниципаль районының Саҡмағош ауылы ауыл биләмәһе – “Балалар спорт уйын майҙансығын урынлаштырыу” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының Аҡъяр ауылы ауыл биләмәһе – “Ел һәм ҡояш генераторҙарында эшләгән яҡтылыҡ-диодлы яҡтыртҡыстар һатып алыу һәм Аҡъяр урамдары саттарында урынлаштырыу” тәжрибәһе.

2018 йылда конкурстың еңеүселәре тип табылған муниципаль берәмектәр исемлеге

I төркөм – ҡала округтары (эске бүленеше булған ҡала округтары) һәм ҡала биләмәләре:

Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы – “Стәрлетамаҡ – һәр кем йәшәргә теләгән ҡала. Уңайлы һәм яҡшы мөхит булдырыуға заманса ҡараш” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһы ҡала округы – “Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының коммуникатив биләмәләрендә яҡтылыҡ мөхите” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы ҡала округы – “Парк эсендәге ҡала” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһының Күмертау ҡалаһы ҡала округы – “Осош паркы” моноҡалалар аллеяһы” миҫалында халыҡтың уңайлы йәшәйеш мөхитен тәьмин итеү” тәжрибәһе.

II төркөм – ауыл биләмәләре

Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы муниципаль районының Күкҡуян ауыл советы ауыл биләмәһе – “Башҡортостан Республикаһы Дүртөйлө районы муниципаль районының Ивачев ауылын ауылға нигеҙ һалыныуға 260 йыл тулыу айҡанлы төҙөкләндереү буйынса саралар” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль районының Максим Горький ауыл советы ауыл биләмәһе – “БР, Бәләбәй районы, Глуховской шифаханаһы ауылы, Мәктәп урамы, 1-се йорт адресы буйынса спорт майҙансығын урынлаштырыу” тәжрибәһе;

Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районының Аҡъяр ауыл советы ауыл биләмәһе – “Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль районы Аҡъяр ауыл советы ауыл биләмәһенең Садовый ауылында хоккей ҡабы булған күп профилле спорт майҙансығын урынлаштырыу” тәжрибәһе.

“Ҡала төҙөү сәйәсәте, халыҡтың йәшәйеше өсөн уңайлы мөхит булдырыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү” номинацияһында “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы
  • Документы
  • Новости
  • События
  • Доклады и выступления
  • Видеогалерея