Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

“Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсы

Начало проекта: 15 Сентябрь 2014
Окончание проекта: 15 Май 2020

Конкурстың төп маҡсаты – граждандарға уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм йортто, йорт яны биләмәләрен, подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса йәшәүселәрҙең үҙҙәре инициатива белдереүгә өлгәшеү, торлаҡ фондын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙың башланғыстарына ярҙам итеү һәм уларҙы хуплау.

Бәйге йыл һайын 15 сентябрҙән 15 майға тиклем уҙғарыла.

Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Бәйгелә РФ Торлаҡ кодексына ярашлы идара итеүҙең бер ысулы булдырылған (идара итеүсе компания һайланған, торлаҡ милекселәре ширҡәте булдырылған йәки туранан-тура идара итеү ҡаралған) һәм тәғәйен критерийҙарға тап килгән күп фатирлы йорттар ҡатнаша ала.

Конкурста ҡатнашыу талаптары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 26 сентябрендәге 436-сы һанлы ҡарарында (индерелгән төҙәтмәләрҙе иҫәпкә алып) билдәләнгән.

Өс йылдан аҙыраҡ ваҡыт эксплуатацияла булған һәм һуңғы өс йыл эсендә еңеүсе тип табылған күп фатирлы йорттар конкурста ҡатнаша алмай.

Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан Республикаһының торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты етәкселәренән, республиканың муниципаль берәмек хакимиәттәре, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт күҙәтеүе төбәк үҙәге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре профсоюздары вәкилдәренән торған конкурс комиссияһы билдәләй.

Еңеүселәр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының дипломдары һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Был аҡсаны күп фатирлы йортто һәм йортҡа ҡараған биләмәне төҙөк хәлдә тотоуға йүнәлтергә, премияның 10%-ҡа тиклемге өлөшөн күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия итеп бирергә мөмкин.

2018 йылдағы “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүсе тип табылған күп фатирлы йорттар исемлеге

“Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсы
  • Документы
  • Новости
  • События
  • Доклады и выступления
  • Видеогалерея