Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти яҡтан пропагандалау буйынса республика конкурсы

Начало проекта: 1 Ғинуар 2019
Окончание проекта: 1 Ғинуар 2021

Конкурсты уҙғарыу маҡсаттары:

торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһының һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙарҙың төп мәсьәләләрен халыҡҡа төшөндөрөү; торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу процестарын мәғлүмәти яҡтан пропалагандалауҙы әүҙемләштереү; торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһы һорауҙарын яҡтыртыу буйынса журналистарҙың һөнәри тырышлыҡтарын хуплау.

Конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалау” (торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының реформаһы хаҡында материалдар, журналист тикшереүҙәре);

“Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле” (торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһында граждандарҙың ҡатнашлығы хаҡында материалдар);

“Торлаҡ милексеһе өсөн мәғлүмәт” (торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр тураһында аңлатма материалдар, бурысын түләмәүселәр менән көрәш алымдары);

“Энергияны һаҡлау һәм энергия һөҙөмтәлелеге” (энергияны һаҡлау, энергия һәм йылытыу һөҙөмтәләлеге буйынса бойомға индерелгән һәм перспектив ҡарарҙар тураһында материалдар);

“Күп фатирлы йорт советтарының эшмәкәрлеге” (идара итеүсе ойошма менән бәйләнешлелек, эшмәкәрлек осоронда килеп тыуған проблемалар һәм уларҙы хәл итеү эштәре хаҡында материалдар);

“Күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм милекте яңы капиталь ремонтлау системаһы” (капиталь ремонтлау, “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙың төбәк операторы” фонды коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының эшмәкәрлеге, капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыу буйынса ҡыҫҡа сроклы план тураһында материалдар).

Конкурста Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен яҡтыртҡан профессиональ журналистар, материал авторҙары, ваҡытлы матбуғат һәм электрон баҫмалар, мәғлүмәт агентлыҡтары, телевидение һәм радио редакциялары коллективтары ҡатнаша ала. Конкурсҡа тигән эштәрҙе авторҙар үҙҙәре, шулай уҡ редакциялар һәм баҫмалар тәҡдим итә ала.

Һәр номинация еңеүселәре диплом һәм 50 мең күләмендәге аҡсалата премия менән бүләкләнә.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ реформаһын мәғлүмәти яҡтан пропагандалау буйынса республика конкурсы
  • Документы
  • Новости
  • События
  • Доклады и выступления
  • Видеогалерея