Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Республикала йорттарға 1,5 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт яһау өсөн подрядсылар һайлайҙар

11 Сентябрь 2018
8
0

1 октябргә Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама ҡалаларында, шулай уҡ Белорет, Мәләүез, Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн подрядсылар һайлау буйынса электрон аукциондар тәғәйенләнгән. Контракттарҙың максималь суммаһы — 1 миллиард 467 миллион һум. Заказсыһы — «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау төбәк операторы» фонды.

Ҡыйыҡтарҙы (сауҙалашыуҙың башланғыс хаҡы — 326,7 миллион һум), дөйөм мөлкәтте (633,7 миллион) һәм фасадтарҙы (507,1 миллион) төҙөкләндереү өсөн подрядсылар айырым һайлап алына.

Килешеүҙәр буйынса бөтә эштәр 2019 йылдың ноябрь аҙағына тиклем тамамланырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/bash/1209328/

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Республикала йорттарға 1,5 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт яһау өсөн подрядсылар һайлайҙар