Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы уҙғарыла

29 Август 2018
14
0

Башҡортостандың баш ҡалаһында 2018 йылдың 23-26 октябрендә сит ил делегациялары ҡатнашлығында XVIII Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡул ҡуйған.

Документ менән ойоштороу комитеты составы һәм энергетика форумын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса саралар планы раҫланған. Ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев етәкләй. Комитет составында Башҡортостан Хөкүмәте ағазалары, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, ғалимдар, ҙур энергетика компаниялары етәкселәре бар.

Энергетика форумын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса саралар планында сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә матбуғат конференцияһын үткәреү, «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе экспозицияһын булдырыу, форумдың һәм күргәҙмәнең матбуғат үҙәге эшен ойоштороу, форум барышында пленар ултырыш һәм түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыу ҡаралған.

http://www.bashinform.ru/bash/1202328/

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Өфөлә Рәсәй энергетика форумы уҙғарыла