Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

2022 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү башланды

27 Апрель 2021
4
0

26 апрелдән Бөтә Рәсәй буйлап 2.gorodsreda.ru порталында 2022 йылда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» проекты сиктәрендә төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү башланды. Онлайн тауыш биреү 2021 йылдың 30 майына тиклем дауам итәсәк. 14 йәштән өлкәнерәк Рәсәй граждандарының һәр береһе был сарала ҡатнаша ала.

Мәҫәлән, Ейәнсура районынан был проектта ике объект ҡатнаша:

– «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт, ял һәм сәләмәтлек паркы. Бында ял итеү, уйын, йәйәүлеләр зоналары булдырыу, өҫтәп эскәмйәләр һәм һәм сүп-сар һауыттары ҡуйыу, яҡтылыҡты арттырыу, тирә-яҡты йәшелләндерелеү күҙаллана.

– «Аҡ сатыр» паркы. Һабантуй, йәрминкә, спорт саралары үткәреү урыны булараҡ, бында волейбол, баскетбол һәм теннис майҙансыҡтары эшләргә ниәтләнә.

Иң күп тауыш йыйған объекттар киләһе йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр исемлегенә индерелә. Үҙ тауышыңды бирергә онотма!

  • 2022 йылда төҙөкләндереләсәк биләмәләр өсөн тауыш биреү башланды