Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

«Аҡыллы туҡталыштар» йәки XXI быуат ҡалаһы

24 Декабрь 2020
3
0

Нефтекама ҡалаһының йәмәғәт транспорты пассажирҙары яңылыҡҡа өйрәнә башланы. Улар өсөн «Аҡыллы туҡталыштар» йыһазландырылған. Ҡалала быға тиклем ундайҙар юҡ ине. Ябыҡ павильон ямғырҙан һәм елдән һаҡлай, ә үтә күренмәле стеналар күҙәтеүҙе ҡапламай. Пассажирҙарға автобусты үткәрмәҫ өсөн һәр ваҡыт стена аша башты тығып ҡарау талап ителмәй.

Автоматик ишекле заманса павильондар инфраҡыҙыл йылытыу, кондициялау системаһы, йылытҡыслы эскәмйәләр һәм USB-зарядкалау, һауа рециркуляторы, видеокамера, яҡтылыҡ диодлы мәғлүмәт экраны һәм Wi-Fi менән йыһазландырылған.

Бындай павильондар Нефтекамала әлегә бишәү. Уларҙың икәүһе – Комсомол проспектының «Телевышка»ға тиклем һуҙымы башланған урында, береһе Комсомол проспекты һәм Төҙөүселәр урамдары киҫелешендә. Тағы ла икәүһе – Ленин урамында, унан киләсәктә яңы «5В» автобус маршруты үтәсәк.

Әйткәндәй, автобусты көтөү ваҡытында заманса туҡталыш комплекстары насар һауа торошонан һаҡлап ҡына ҡалмай. «Уфанет» компанияһы комплекстарҙы заманса «фишкалар» менән йыһазландырыу буйынса яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған.

– Ҡалабыҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрә, һәм беҙ был үҙгәрештәрҙә ҡатнашыуыбыҙға шатбыҙ. «Аҡыллы туҡталыш» проектын республиканың төрлө ҡалаларында тормошҡа ашырабыҙ. Нефтекама павильондарында вай-файҙан тыш, видеокүҙәтеү системаһын үткәрәбеҙ. Камераларҙағы яҙманы һәр кем ҡарай аласаҡ, мәҫәлән, инцидентҡа юл ҡуймаҫ өсөн, ата-әсәләргә үҙ балаһын күҙәтергә мөмкинлек буласаҡ, – тип аңлата Нефтекамалағы «Уфанет» проектлау бүлеге етәксеһе Рәмзил Гәрәев.

Камералар әле үк эшләй. Атап әйткәндә, комплекс эске һәм тышҡы видеокамералар менән тәьмин ителгән. Ҡала грант ярҙамында ошондай туҡталыш павильондарын алыуға өлгәшкән.

– Халыҡтың баһалауҙары буйынса һәм үҙемдең шәхси тәжрибәмә таянып, шуны әйткем килә, туҡталыштарҙың, тәү сиратта, «аҡыллы» түгел, ә уңайлы булырға тейеш: ҡыш көнө йылытһын, йәйгеһен эҫенән ҡотҡарһын. 2020 йылда ҡала «Иң яҡшы инициативалы тәжрибә» программаһы буйынса грант отто. Был сараларға биш заманса туҡталыш комплексы һатып алырға ҡарар иттек. Шуға күрә лә тап шундайҙарҙы ҡуя башланыҡ Нефтекамала, – тип аныҡлай ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев.

Әлегә был туҡталыш павильондары һынау үтә. Артабан да хакимиәт уларҙы һатып алыуҙы дауам итергә ниәтләй. Иң мөһиме, халыҡ туҡталыштарға һаҡсыл ҡараһын. Шул саҡта улар ҡарҙан, ямғырҙан, елдән, һыуыҡтан һәм эҫенән һаҡлап, халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итәсәк.