Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

«Таҙа һыу» төбәк проекты сиктәрендә

28 Октябрь 2020
2
0

Өфө районының Ҡомлокүл, Яҡшыуан, Ҡыҙылъяр, Горнов, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында яңы һыу бүлеү ҡоролмаһы төҙөлөшө Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указы менән раҫланған «Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк проекты нигеҙендә 2019 йылда башланған ине. Ул 2021 йылда сафҡа индереләсәк.

Төҙөлөш тамамланғандан һуң, Өфө районының Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһендә йәшәгән 10 мең кеше сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

– Әле Яҡшыуан ауылында торба үткәргесте һалыу, ете һыу бүлеү скважинаһын урынлаштырыу һәм уларға барған юлдарҙы төҙөү эше тамамлана, – тип белдерәләр район хакимиәтендә.

Бер юлы төҙөүселәр һыу бүлеү ҡоролмаһының эске майҙансыҡтарында торба түшәүҙе атҡара. Насостар менән идара итеү һәм скважиналарҙы электр менән тәьмин итеү өсөн кабель һалынған. Бынан тыш, гидроизоляция һәм ектәрҙең ныҡлығын һынау буйынса эштәр комплексы башҡарылған.

«Таҙа һыу» төбәк проектының төп маҡсаты – 2024 йылға Башҡортостан халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән өлөшөн 86,6%-тан 92,5%-ҡаса еткереү. Был күрһәткескә өлгәшеү өсөн ошондай 29 объект төҙөргә һәм төҙөкләндерергә кәрәк.

Ошо маҡсатта 2019–2024 йылдарҙа республикала йәмғеһе 4,254 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Шуның 4,169 миллиардтан ашыуы – федераль бюджеттан.