Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Мәсәғүттәр өсөн – Ғаилә паркы

28 Октябрь 2020
2
0

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указы менән раҫланған «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк программаһы нигеҙендә мәсәғүттәр өсөн рәхәтләнеп ял итеү урыны барлыҡҡа килде.

Күптән түгел генә биләмәне иҫке мәктәп бинаһы йәмһеҙләп тора ине, тирәк, ҡарағура баҫҡайны. Хәҙер бында күркәм Ғаилә паркы төҙөлөшөнөң беренсе этабы тамамланды. Унда өлкәндәр өсөн дә, балаларға ла яҡшы ял итеү мөмкинлеге булдырылған.

Әҙерлек эштәре 2019 йылда башланғайны. Ағымдағы йылда иһә тротуарҙар һалынды, балалар, баскетбол, ГТО майҙансыҡтарына резина япма түшәлде, ял һәм өҫтәл уйындары зоналары барлыҡҡа килде, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, автомобилдәр өсөн туҡталҡа асылды, парк биләмәһе, баскетбол зонаһы ҡоймаланды.

2020 йылға планлаштырылған эш тамамланғас, 250 барбарис ҡыуағы һәм 13 ҙур ағас ултыртылды. Төҙөлөштөң икенсе этабы киләһе йылда дауам итәсәк. Балалар майҙансығын ике йәш төркөмөнә бүлеп, уйын ҡулайламалары, ваҡ формалар архитектураһы ҡоролмалары, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары һ. б. ҡуйыу күҙаллана.

  • Мәсәғүттәр өсөн – Ғаилә паркы