Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Ҡыҙыу нөктәләрҙә башын һалған яҡташтар иҫтәлегенә

27 Октябрь 2020
2
0

Бишбүләк районы үҙәгендә реконструкциянан һуң Ватан Һаҡсылары паркы асылды. Төҙөлөш эштәре «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы сиктәрендә башҡарылған, парктты яңыртыуға 5 миллион 500 мең һум аҡса йүнәлтелгән.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юл төҙөкләндерелә, яҡтыртыу ҡорамалдары, эскәмйә, урналар ҡуйыла. Биләмә тимер ҡойма менән уратып алына. Эшселәргә күләмле проектты тормошҡа ашырыуҙа хәрби бәрелештәр ветерандары ярҙам иткән. Урындағы халыҡ теләге буйынса паркта балалар уйын майҙансығы ла урынлаштырыла.

Бишбүләк ауылында Әнәс Әхмәтов исемендәге яңы парк төҙөлөшө лә тамамланыу алдында. Ҡола яланда йәмәғәт биләмәһе ойошторола, уйын һәм спорт майҙансыҡтары ҡуйыла. ГТО нормаларын тапшырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр тыуҙырыла. 2021 йылда парктта фонтан да урғыласаҡ. Тест режимында һынауҙар уңышлы үткән. Төҙөкләндерелгән биләмә халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнер тип көтөлә.

  • Ҡыҙыу нөктәләрҙә башын һалған яҡташтар иҫтәлегенә