Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

«Тулҡын» паркы ҡасан әҙер буласаҡ?

27 Октябрь 2020
2
0

Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан «Тулҡын» паркында төҙөкләндереү 2018 йылда башланғайны. Был эштәр әле лә дауам итә. Бөгөнгө көндә урындағы күлде тәртипкә килтерәләр, амфитеатр төҙөйҙәр. Эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» төбәк программаһына ярашлы алып барыла.

– Был урында һаҙлыҡ һәм карст емереклектәре ине, – тип һөйләй подрядсы компанияның төҙөлөш буйынса директоры Дамир Хәбибуллин. – Емереклектәрҙе 150 кубометр бетон буты менән күмеп юҡҡа сығарҙыҡ. Шулай уҡ ун мең куб тупраҡ түшәнек, һаҙлыҡты киптерҙек, бөтә периметр буйлап балсыҡлы йоҙаҡ яһаныҡ, 400-ҙән ашыу свай ҡаҡтыҡ. Артабан свайҙарға урҙалар беркетәбеҙ һәм үләнле япма түшәйәсәкбеҙ. Бик матур килеп сығырға тейеш.

Шулай уҡ, проектҡа ярашлы, йәйәүлеләр күперҙәре ҡаралған, улар аша парктың үҙәк өлөшөнән амфитеатр биләмәһенә үтеп буласаҡ.

– Бөгөнгә, мәғлүмәт буйынса, амфитеатр майҙансығында эштәрҙең 60%-ы башҡарылған. Амфитеатрҙың бетон нигеҙе ҡоролған. Тупраҡ һалыу буйынса эште тамамларға, ваҡ формалар архитектураһы ҡоролмалары ҡуйырға ҡалды. Төҙөлөш быйыл ноябрь аҙағына тиклем тамамланасаҡ. Киләһе йылда паркты йәшелләндерәсәкбеҙ, йәй иһә төҙөкләндерелгән матур объект әҙер буласаҡ, – тине Өфө ҡалаһы хакимиәтенең етештереү-техник бүлеге баш белгесе Руслан Низамов.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда «Тулҡын» паркында йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдарына асфальт түшәлде, балалар ҡаласығы барлыҡҡа килде, стационар бәҙрәф, воркаут майҙансығы, яңы хоккей ҡабы, сәхнә биләмәһе эшләнде, 70 видеокүҙәтеү камераһы, эскәмйәләр һәм өҫтәмә яҡтылыҡ ҡуйылды.

Ҡала төҙөлөшө барлыҡ йәшел үҫентеләрҙе мөмкин булғанса һаҡлап тормошҡа ашырыла.

  • «Тулҡын» паркы ҡасан әҙер буласаҡ?
  • «Тулҡын» паркы ҡасан әҙер буласаҡ?
  • «Тулҡын» паркы ҡасан әҙер буласаҡ?
  • «Тулҡын» паркы ҡасан әҙер буласаҡ?
  • «Тулҡын» паркы ҡасан әҙер буласаҡ?