Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Йолаға әүерелгән Таҙалыҡ көнө үтте

26 Октябрь 2020
4
0

10 сентябрҙә баш ҡала биләмәһен санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ башланғыс алғайны. Үткән аҙна йомаһында Өфөлә сираттағы Таҙалыҡ көнө үтте.

Сара сиктәрендә предприятиеларға, ойошмаларға һәм учреждениеларға биналарын һәм ҡоймаларын тәртипкә килтереү, үҙ ҡарамағында булған бордюрҙарҙы һәм архитектура формаларын буяп сығыу, шулай уҡ биләмәләрҙе таҙартыу һәм уларҙа төҙөкләндереү эштәре үткәреү кәрәк булды. Барлыҡ ҡатнашыусылар сүп-сарҙы, ҡойолған япраҡтарҙы йыйҙы, үләнде сапты, ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫте, ихаталарын һеперҙе.

Бынан тыш, 5 октябрҙә сираттағы ҡала субботнигы ойошторолдо, уның сиктәрендә 200-ҙән ашыу йәшел үҫенте ултыртылды. Көҙөн экологик айлыҡ сиктәрендә ҙур күләмдә эш башҡарыу күҙаллана. Үткән аҙнала Ленин районында ойошторолған субботникка 82 берәмек техника йәлеп ителгән, 283 кубометр сүп-сар сығарып түгелгән, таҙартылған биләмә майҙаны 984,7 мең квадрат метр тәшкил иткән.