Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

«Башҡорт ихаталары»: ауылды уңайлыраҡ һәм матурыраҡ итәйек

23 Октябрь 2020
2
0

Дәртле йырҙар һәм бейеүҙәр, спорт эстафеталары, рәхмәт һүҙҙәре һәм ҡотлауҙар, шатлыҡлы балалар тауыштары һәм өлкәндәрҙең һоҡланыуҙары. Стәрлетамаҡ районының Рощинский ауылында ысын байрам – «Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә комплекслы төҙөкләндереү башҡарылган күп фатирлы йорттар ихата биләмәһен асыу тантанаһы үтте.

300-ҙән артыҡ кеше йәшәгән (ә был иһә Рощинскиҙа йәшәүселәрҙең етенән бер өлөшө) алты күп фатирлы йорт ихатаһында ял зонаһы, балалар майҙансығы, бәләкәй архитектура формалары йыһазландырылған, сифатлы яҡтыртыу үткәрелгән, парковка урындары булдырылған һәм башҡа бик күп эштәр башҡарылған. Ваҡиға барлыҡ ауыл халҡы өсөн әһәмиәтле булды.

– Бөтә нәмә лә иҫәпкә алып эшләнгән, матур, бөхтә, таҙа, уңайлы. Беҙ башҡа йортта йәшәйбеҙ, әммә ейәнем менән бында йыш булабыҙ. Балалар рәхәтләнеп майҙансыҡта уйнай, өлкәндәр кистәрен әңгәмәләшеп ултыра. Ихата барлыҡ быуын кешеләрен үҙенә тартып тора, был һөйөндөрә. Ҙур тырышлыҡ менән булдырылғанды һаҡлау – һәр кемебеҙҙең бурысы, – ти Рощинский ауылында йәшәүсе Нелля Йәнекәйева.

Комплекслы төҙөкләндереү ағымдағы йыл йәйенең тәүге көндәрендә башланған. Йылғаға табан ауышлыҡтағы ерлектең ғәҙәти булмаған рельефы айырым проектты талап иткән. Тәжрибәле белгестәр идеаль тигеҙ майҙансыҡ яһауға ирешкән. Тормошҡа ашырылған проекттағы өҫтәмә эштәр бөгөн дә дауам итә. Шул уҡ ихатала ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан өлкәндәр өсөн спорт тренажёрҙары урынлаштырыласаҡ.

– Алты күп фатирлы йорт ихата биләмәһен төҙөкләндереү беҙҙең өсөн ҙур еңеү булды, ул артабанғы пландарға ирешеүгә илһамландырҙы. Шул уҡ проектты Рощинский ауылының тағы бер ихатаһында тормошҡа ашырыу өсөн документтар әҙер инде. Биш күп фатирлы йортта йәшәүселәрҙең йыйылышы үткәрелде, унда алдағы эштәр тикшерелде. Беҙҙең маҡсат – тотош ауылды төҙөкләндереү, йәшәү өсөн комфортлы һәм матур итеү, – тип белдерҙе Рощинский ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Алексей Звонов.

Бөгөн «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса ихата биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү – реаль, ҡулай һәм перспектив.