Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Яңы паркты кемдәр боҙа?

23 Октябрь 2020
2
0

Ағымдағы йылда, билдәле булыуынса, Өфөлә байтаҡ парк һәм сквер төҙөкләндерелде. Ә «Беренсе май» паркы тулыһынса тиерлек яңыртылды.

Был эштәрҙең барыһы ла баш ҡала матурланһын, унда йәшәүе уңайлы, күңелле булһын өсөн башҡарыла. Урындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың күпселеге үҙгәрештәрҙе ыңғай ҡабул итә, ҡыуана. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, араларында ошо матурлыҡты боҙорға теләгәндәр ҙә юҡ түгел. Һүҙебеҙ вандалдар тураһында. Ҡалаларҙа видеокамералар артыуға ҡарамаҫтан, тәртип боҙоуҙар осрап тора.

Мәҫәлән, Өфөнөң Калинин районында 10 октябрҙә генә асылған «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында эскәмйә емерелгән, балалар уйын комплексы элементтары, быуа тирәләй ҡуйылған ағас япма боҙолған.

– Беҙгә сәхнәне иҫкәртеү таҫмалары менән сикләргә тура килде, сөнки йәштәр, айырыуса төндә, унда йыйыла. Быуа тирәләй һалынған ағас япма ныҡ йәл. Ял итеүселәр ултырһын өсөн тәғәйенләнһә лә, ҡайһы берәүҙәр унда скейтборд һәм самокаттарҙа йөрөй. Тәгәрмәстәре япманы боҙа. Шулай уҡ уның ситен йолҡоп алып киткәндәр, – ти «Беренсе май» паркы директоры Илья Миронов.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Ҡашҡаҙан»да ла шундай хәл. Ундағы төҙөкләндереү объекттары былтыр ғына файҙаланыуға тапшырылғайны.

– Көн һайын төшөрөлгән граффитины махсус саралар менән таҙартырға тура килә, тотҡостар һәм эскәмйәләрҙе даими йүнәтеп торабыҙ. Бының өсөн күп сығым китә, – ти «Өфөпарк» предприятиеһы директоры Евгений Дубницкий.

Өфө ҡалаһы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, вандаллыҡтың төп төрҙәре – биналарға, йорттарға граффити төшөрөү, төҙөкләндереү элементтарын боҙоу (эскәмйәләр, арт-объекттар, урналар һәм башҡалар), тышҡы яҡтыртыу элементтарын боҙоу һәм урлау, сикләгестәр һәм юл билдәләрен боҙоу, балалар майҙансығы элементтарын сафтан сығарыу, контейнерҙарҙы боҙоу һәм яндырыу, йәшел үҫентеләрҙе урлау, туҡталыштарҙы емереү. 2020 йылдың туғыҙ айы эсендә ошондай осраҡтарҙан дүрт миллион һумдан ашыу зыян килгән. Ҡала хеҙмәттәре халыҡтан Өфөнөң инфраструктура һәм төҙөкләндереү элементтарына һаҡсыл ҡарауҙы һорай. Шул уҡ ваҡытта Енәйәт кодексында бының өсөн етди яза ла бар. Штрафтар күләме 40 мең һумға тиклем етә, шулай уҡ ҡулға алыуҙары ла ихтимал.

Эйе, эш штрафтарҙа ла түгел. Ҡала һәм республика властары халыҡ өсөн бар тырышлығын һалып, күп аҡса тотоноп, баш ҡалабыҙҙы төҙөкләндерә, матурлай. Ә кемдер бер сәбәпһеҙ, тик торғандан шул матурлыҡты боҙа. Бындай мәғәнәһеҙлеккә юл ҡуйылмаһын ине. Кеше хеҙмәтен ихтирам итәйек. Ҡалабыҙ тағы ла төҙөгөрәк, матурыраҡ булһын өсөн бергәләп тырышайыҡ.

  • Яңы паркты кемдәр боҙа?