Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Октябрьский паркы бик матур һәм заманса төҫ алды

23 Октябрь 2020
2
0

Октябрьский ҡалаһында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә өс йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелә.

Төҙөкләндереү эштәренең береһе 2019 йылдан бирле бара. «Нефтяник» – ҡаланың иң «оло» паркы, уға нефтселәр ҡалаһы төҙөлгәндә үк нигеҙ һалынған. Бөйөк Еңеү көнө, Балаларҙы яҡлау көнө, Йәштәр көнө, Ҡала байрамы кеүек ҙур байрамдар тап ошонда үтә. Бында шулай уҡ Ҡурай байрамы, Казак йыры фестивале кеүек республика кимәлендәге саралар ҙа ойошторола.

– Ағымдағы йылда парк яңыртылды. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә бында иҫке туҙған бордюрҙар алмаштырылды, заманса яҡтыртҡыстар ҡуйылды, газондар төҙөкләндерелде, яңы матур таш түшәлде. Хәҙер парк бик матур һәм заманса төҫ алды, – ти Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенең баш белгесе Эльвира Мерзлякова.

  • Октябрьский паркы бик матур һәм заманса төҫ алды