Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Асҡында – Таҙалыҡ көнө

13 Июль 2020
1
0

10 июлдә Асҡын районы биләмәһендә әһәмиәтле һәм матур сара үтте. Райондың иң әүҙем кешеләре бер булып Таҙалыҡ көнө тип аталған экологик өмәгә сыҡты.

Муниципаль берәмектең һәр ауыл биләмәһе, ойошмалар, учреждениелар, хатта шәхси хужалыҡтар ҙа саранан ситтә ҡалманы. Башлыса урамдарҙа үҫкән ҡый үләндәре сабылды, сүп-сар йыйылды, ҡороған һәм һынып барған ағас ботоҡтары ҡырҡылды.

Әйткәндәй, асҡындар үҙҙәре йәшәгән биләмәгә битараф түгел. Ағымдағы йылдың башынан алып 36 ошондай экологик өмәләр ойошторолған.