Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Кушнаренкола үҙәк майҙан төҙөкләндерелә

10 Июль 2020
1
0

Был эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары сиктәрендә барлыҡҡа килгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» проекты сиктәрендә атҡарыла. Төҙөкләндереү эштәре 2024 йылға тиклем барасаҡ. Атап әйткәндә, беренсе этабы быйыл тамамланырға тейеш. 2020 йылда проектты тормошҡа ашырыу өсөн 10,1 миллион һум аҡса бүленгән.

Әле электр монтажлауы, борт таштарын һалыу кеүек эштәр атҡарыла. Киләсәктә рус армияһы капитаны С.Е. Топорнинға һәйкәл ҡуйыласаҡ. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1790 йылда был капитанға императрица Бөйөк Екатерина ер бүләк иткән. Райондың исеме лә башта ошо капитан фамилияһын – Топорнин исемен – йөрөткән. Һуңынан Башҡорт АССР-ының игенселек халыҡ комиссары Иван Кушнаренко исеме менән атала башлаған. Район үҙәгендәге майҙан тирәһендәге биләмә йәшелләндереләсәк, амфитеатр һәм сәхнә барлыҡҡа киләсәк.

Төҙөкләндереүҙән һуң был үҙәк майҙан урындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың яратҡан ял итеү урыны буласаҡ. Өҫтәүенә, бында төрлө ижтимағи саралар ойоштороласаҡ. Ғөмүмән, тотош ғаилә менән ял итеү өсөн бик яҡшы урынға әйләнәсәк үҙәк майҙан.

  • Кушнаренкола үҙәк майҙан төҙөкләндерелә