Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

«Тулҡын» сынъяһау итеп үҙгәртеләсәк

9 Июль 2020
2
0

Өфө ҡалаһының Ленин районындағы «Тулҡын» паркы үҙгәртеп ҡорола.

Подряд ойошмаһы вәкиле Эдуард Остапчук белдереүенсә, парк биләмәһе ике тапҡырға киңәйтелгән. Бында йәйәүлеләр өсөн юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, хоккей майҙансығы, сәхнә барлыҡҡа килгән.

Бында автопарк та хасил булған. Ул шуныһы менән мөһим: балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнәсәк. Бынан тыш, паркта 100 камеранан торған видеокүҙәтеү ойошторолған.

Тағы шуныһы ҡыуандыра: һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар буласаҡ паркта. Өҫтәүенә, тиҙҙән барлыҡҡа киләсәк быуа ла өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн үҙенсәлекле ял итеү урынына әйләнәсәк.

Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты ярҙамында мөмкин булды.

  • «Тулҡын» сынъяһау итеп үҙгәртеләсәк