Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Дүртөйлө ҡалаһында «Башҡорт ихаталары» республика программаһы 80 процентҡа тиклем теүәлләнгән

8 Июль 2020
1
0

Проект сиктәрендә бөгөнгө көнгә ҡалала күп ҡатлы 14 йорттоң 8-нең алды төҙөкләндерелгән. Уның менән бергә балалар һәм спорт майҙансыҡтарына нигеҙ һалынасаҡ. Был проект киләһе йыл тормошҡа ашыр тип көтөлә.

Ҡул көсө етмәгән урынға экскаватор ярҙамға килә. Был яуаплы эште Руслан Хизапов башҡара. Сығышы менән ул Балтас районынан. Вахта ысулы менән замандашыбыҙ ситкә китмәй тыуған республикаһы үҫешенә үҙ өлөшөн индерә.

Дүртөйлөләр был ваҡиғаны ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алған. Ҡалала биш ҡатлы йорттар сафҡа ингәндән алып ихатала капиталь ремонт уҙғарылмаған. Шуға ла урындағы халыҡ «Башҡорт ихаталары» программаһында ҡатнашырға теләк белдерә. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй. Дүртөйлөнөң Беренсе май, Ленин һәм Горшков урамдарындағы йорт ихаталары танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.

Ҡайҙа, нимә ремонтларға кәрәклеген халыҡ үҙе билдәләй. Быны улар дөйөм йыйылыш фекеренән сығып урындағы хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Эштәр исемлегендә башлыса ихата юлдарына асфальт түшәү, өҫтәмә парковка урындары булдырыу, йәшелләндереү кеүек мәсьәләләр бар. Әйткәндәй, Дүртөйлөлә республика программаһы менән бергә федераль проект та тормошҡа ашырыла. Был тротуарҙар мәҫәлән, йәйәүлеләр өсөн генә түгел, велосипедта йөрөүселәргә лә ҡулай булмаҡсы.

«Башҡорт ихаталары» программаһы сиктәрендә республикала 380 ихатаны ремонтлау ҡаралған. Шулай уҡ 367 балалар һәм спорт майҙансығы төҙөү, 22 мең квадрат метр майҙанда хәүефһеҙ ҡатлам түшәү күҙаллана. Бынан тыш, 4 мең яҡтыртҡыс ҡоролма ҡуйыласаҡ һәм 15 мең парковка урыны булдырыласаҡ.