Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан Республикаһында Зауыҡлы билəмəлəр йылына арналған саралар дауам итə

7 Июль 2020
1
0

Бар муниципаль берəмектəрҙə, ҡала-ауылдарҙа эштəр дүрт йүнəлештə уҙғарыла. Быға газондар, тротуарҙар, ҡоймалар һəм яҡтыртыу инə.

Республика буйынса 163 саҡрым ҡойма ремонтланған. «Ҡыҙыл линия»ла урынлашҡандарын бер стилгə килтереү дауам итə.

Газондарҙы ла үҙгəртəлəр. 26 район-ҡалала 128 кв. метрҙан ашыу майҙанда ремонтланған һəм яңылары һалынған. Үҙəк урамдарҙа һəм төпкөлдə клумбалар яңыртылған. 23 саҡрым тротуар тəртипкə килтерелгəн.

Таҙалыҡ көндəре əүҙем үтə. Уларҙа барлыҡ муниципаль берəмектəрҙə 700 меңдəн ашыу кеше ҡатнаша. 17 мең тонна сүп-сар сығарылған.

Быйыл дан һəм хөрмəт урындарына айырыуса ныҡ иғтибар бүленде. Бөйөк Еңеүҙең юбилейына ҡарата 350-нəн артыҡ һəйкəл, обелиск, дан мемориалы тергеҙелде һəм ремонтланды.