Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

«Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йыш бирелгән һорауҙарға яуаптар

16 Июнь 2020
3
0

2020 йылда «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса республикала 300-ҙән ашыу ихата төҙөкләндереләсәк. Башҡортостанда бының өсөн 1,7 миллиард һум аҡса бүленә.

Эштәр күләме коронавирус эпидемияһына тиклем үк билдәләнгән ине, шуға күрә шундай мөһим һәм кәрәкле программаның яҙмышы өсөн бер аҙ хәүеф тә тыуҙы. Власть аныҡ ҡарар ҡабул итте: эпидемияға ҡаршы барлыҡ сараларҙы теүәл үтәгән осраҡта эштәрҙе кисектерергә кәрәкмәй. Әйткәндәй, урамда кеше аҙ саҡта подрядсы ойошмаларға эштәрҙе сифатлы башҡарыу еңелерәккә тура киләсәк. Әммә шундай шарт ҡуйылды: эшселәр барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәйәсәк, дезинфекция саралары ҡулланасаҡ, һаҡланыу саралары менән тәьмин ителәсәк.

 

Ниндәй эштәр башҡарыласаҡ?

Мотлаҡ эштәрҙең исемлеге бар. Унда хәүефһеҙ резина япма түшәлгән балалар йәки спорт майҙансығы, контейнер, йәшеллек, парковка урыны, мәғлүмәт стенды, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары, сүп-сар һауыттары, эскәмйәләр булырға тейеш.

Милекселәрҙең теләге буйынса өҫтәмә уңайлыҡтар, мәҫәлән, баскетбол майҙансығы йәки кер элеү урыны эшләтергә мөмкин,.

Видеокамералар буйынса шуны белеү мөһим: әгәр теләктәре булһа, торлаҡта йәшәүселәр күпмелер аҡса түләп, уларҙы үҙҙәре теләгән мәлдә ҡарай, ихаталағы хәлдәрҙе контролдә тота ала (мәҫәлән, бала уйнарға сыҡҡан ваҡытта).

 

Быйыл ниндәй үҙгәрештәр бар?

Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының ихата биләмәләрен төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Арыҫланбәк Хәйҙәров әйтеүенсә, быйылғы йылдан «Башҡорт ихаталары» подъездарҙы ремонтлау программаһы менән берләштерелгән. Йәғни кешеләр бер ыңғай матур ихатаға һәм төҙөк йортҡа эйә буласаҡ.

Бынан тыш, быйыл Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының яңы командаһы былтырғы барлыҡ етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып эш итәсәк. Мәҫәлән, эш проекттарын халыҡ менән килешеү (ғөмүмән, был – программаның иң төп шарттарының береһе) һәм сифатҡа контролде арттырыу. Ни өсөн тигәндә, былтыр Өфө, Яңауыл, Ағиҙел, Салауат, Дүртөйлө ҡалаларында, Мораҡта, Нуриман һәм Тәтешле райондарында башҡарылған эштәрҙең 30%-ы ғына халыҡтың өмөттәрен аҡлаған.

 

Йорттоң программаға инеү-инмәүен нисек белергә?

Программала ҡатнашыуға заявканы йортта йәшәүселәр үҙҙәре бирҙе – былтыр яҙ, йәй айҙарында йыйылыштар үтте. Әгәр һеҙ фатирҙа күптән түгел йәшәй башлаған булһағыҙ һәм бер нимә лә белмәһәгеҙ, йорт буйынса яуаплы кешенән белешергә мөмкин. Шулай уҡ үҙегеҙҙең ҡала һәм район хакимиәте сайтының «Төҙөкләндереү» бүлегендә йәки «Башҡорт ихаталары» тигән баннерға баҫып, график менән танышырға була.

 

Кешеләр өсөн былар барыһы ла бушлаймы?

Республика бюджеты сығымдарҙың – 94­%-ын, ҡала йәки район хакимиәте 5%-ын ҡаплай. Ҡалған 1%-ты халыҡ йыйырға тейеш. Был программала ҡатнашыуҙың мотлаҡ шарты һанала. Әммә эш аҡсала түгел, ә мөнәсәбәттә (дәүләт ҡалған сумманы ла үҙе таба алыр ине). Ғәҙәттә, кешеләр әҙер әйбергә еңелерәк ҡарай, әгәр инде ул 200 һум булһа ла иғәнә индерһә, ихаталағы бәүелсәкте йәки парковканы үҙенеке итеп таныясаҡ.

Иғәнә күләме шәхсән билдәләнә, унда эштең дөйөм хаҡы һәм фатирҙың майҙаны иҫәпкә алына.

Мәҫәлән, башҡарыласаҡ эштең дөйөм хаҡы – 5 миллион һум, йәғни йортта йәшәүселәр 50 мең һум аҡса йыйырға тейеш. Йорттоң дөйөм майҙаны – 6000 квадрат метр, тимәк, фатирҙың һәр квадрат метрына 8,33 һум тура килә. 50 квадрат метрлы фатирҙа йәшәгән кеше – 416 һум, ә 100 квадрат метрҙы биләүселәр 833 һум иғәнә түләй.

 

Эштең сифатһыҙ башҡарылыуы тураһында ҡайҙа белдерергә?

Әгәр һеҙ эшселәрҙең битлек кеймәй эшләүенә, үҙ бурыстарын илке-һалҡы башҡарыуына шаһит булһағыҙ, урындағы хакимиәткә ялыу яҙығыҙ йәки Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына шылтыратығыҙ: +7 (347) 218-00-26.

Программала ҡатнашыусы һәр ихатала мәғлүмәт стенды урынлаштырыла, унда яуаплы кешеләрҙең исем-шәрифтәре, телефондары күрһәтелә.

 

Беҙ ҙә ҡатнашырға теләйбеҙ. Нисек ғариза бирергә?

2020 йылдың программаһына инә алыуығыҙ икеле, әммә ни тиклем иртәрәк ғариза биреп, документтар туплаһағыҙ, киләһе йылдарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге шул тиклем ҙурыраҡ.

Тәү сиратта, йыйылыш уҙғарып, унда торлаҡ милекселәренең күпселеге программала ҡатнашыуға риза булыуын белдереп, тауыш бирергә тейеш. Идарасы компания һәм хакимиәт вәкилен саҡырыу ҙа мотлаҡ шарт һанала. Йыйылыштың протоколы урындағы хакимиәткә ебәрелә. Шулай уҡ милекселәр исеменән документтарҙы теүәлләйәсәк һәм эш барышын контролдә тотасаҡ яуаплы кешене һайларға кәрәк. Ул ҡул ҡуймайынса, подрядсыларға эш өсөн аҡса түләнмәйәсәк.

Йыйылыштың протоколын хакимиәткә ебәрергә кәрәк. Барлыҡ ғаризаларҙы йәмәғәт-административ комиссия ҡарай. Тап ул ихатаның, ҡорамалдарҙың торошон, ҡасан һуңғы тапҡыр төҙөкләндерелеүен, йорттоң ҡасан төҙөлөүен, милекселәрҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурыстары булыу-булмауын тикшерә.

Әгәр һеҙҙең ғаризаға ыңғай яуап алынһа, тағы бер нисә йыйылыш үткәрергә, проектты һайларға һәм раҫларға, нимәнең ҡайҙа, нисек урынлаштырыласағын билдәләргә кәрәк.

Һәр муниципалитеттың документтарға – үҙ талаптары. Һеҙ йәшәгән ҡалала йәки районда ниндәй документтар кәрәк булыуын урындағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлегендә белешегеҙ.

 

Мөһим!

Үҙҡурсаланыу режимы осоронда йыйылыш үткәрергә ярамай. Уның тамамланыуын көтөгөҙ йәки йыйылышты ситтән тороп уҙғарығыҙ, «Торлаҡ кодексы» быны рөхсәт итә.