Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үтте

8 Июнь 2020
3
0

6 июнь республикала беренсе тапҡыр Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө үтте. Төбәк Башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, ул йыл һайын 2 майҙа үтәсәк. Ағымдағы йылда коронавирусҡа бәйле июнгә күсерелде.

Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөндә республикабыҙ халҡы бергәләп зыяраттарҙың биләмәләрен таҙартыу, буяу һ. б. эштәр буйынса өмәләр үткәрҙе.

Сараларға муниципаль берәмектәр әүҙем ҡушылды. Мәләүездәр, мәҫәлән, төҙөкләндереү эштәрен 5 июндә үк башлаған. Ҡала һәм ауылдар зыяраттарында өмәләр үткәрелгән, кәртәләр буялған, сүп-сар сығарылған, артыҡ ҡыуаҡлыҡтар ҡырҡылған. Шулай уҡ ирекмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары ҡәберлектәрен тәртипкә килтергән.

Шәмбе көнө ҡала зыяратына ярты сәғәт һайын автобустар йөрөнө. Кешеләргә уңайлы булһын өсөн зыяраттар алдына сүп-сар контейнерҙары ҡуйылды. Бынан тыш, ингән урынға эленгән мәғлүмәт стенды ла бик файҙалы булды.

Ирекмәндәр көнө буйы зыяратҡа ингән ерҙә битлектәр таратты, ә дин әһелдәре бөгөнгө көндөң мөһимлеге хаҡында һөйләне, бындай урында үҙеңде тотоу тәртибен аңлатты.

Йәрмәкәйҙәр ҙә был көндө файҙалы итеп үткәрҙе. Түбәнге Олойылға ауылы биләмәһендә 2012 йылдан алып зыяраттарҙы төҙөкләндереү буйынса әүҙем эштәр алып барыла. Етеһе лә тәртиптә тотола: үләндәр сабылған, сүп-сар сығарылған, ветерандар ерләнгән ҡәберлектәр яҡшы хәлдә.

Йәрмәкәйҙәр әйтеүенсә, улар электән бөтә дин вәкилдәре менән бергә өмәләр ойоштороп, зыяраттарҙы матур хәлдә тотоп килгән. Хәҙер иһә указ менән махсус көн дә барлыҡҡа килгәс, был эш бер ҡасан да туҡтатылмаясағына ышаналар.

Саҡмағош районында Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөндә 96 зыярат тәртипкә килтерелгән. Төрлө ойошмалар, предприятиелар, учреждениелар вәкилдәре зыяраттарҙы, быуа биләмәһен, юл ситтәрен йыйыштырыу өсөн өмәгә сыҡҡан. Ауыл биләмәләре эшселәре эргә-тирәне лә йыйыштырған.