Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Зауыҡлы биләмәләр йылында Сибай ҙа матурлана

5 Июнь 2020
2
0

Быйыл Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибай 65 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан һәм Зауыҡлы биләмәләр йылына ярашлы ҡала урамдарын, парк, скверҙарҙы төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленә. Ҡала етәкселеге йәшелләндереүгә күп көс һала.

Күптән түгел ҡала урамдарына ағастар ултыртыу буйынса өмә ойошторолдо, ошо көндәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшселәре клумбаларға сәскә ултырта башланы. Быйыл улар Сибай урамдарына 55 мең төп петуния, агератум, бәрхәт, цинния, георгин, бальзаминдар ултыртырға иҫәп тота.

Сәскә үҫентеләренең беренсе партияһы Рәсәйҙә киң билдәле Волгоград питомнигынан килтерелгән. Контракт буйынса унан 55 мең төп сәскә үҫентеһе һатып алыу ҡаралған. Йәшелләндереүселәр һәр партияны тикшереп, ҡарап ҡабул итеп ала.

– Беҙ теләгән сағыу төҫлө үҫентеләр килеп етте. Беренсе сиратта Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге парк түтәлдәренә 2,5 мең төп сәскә ултыртып сыҡтыҡ. Ошо арала үҙәк урамдарҙа, һәйкәлдәр янында ла сәскәләр барлыҡҡа киләсәк, – тине торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының ПТО мөдире Елена Косей. – Сағыу үҫентеләрҙе ултыртыуға йәшелләндереү өлкәһендә сирек йылдан ашыу стажы булған тәжрибәле белгес Зөлфиә Шаһиәхмәтованың бригадаһын йәлеп иттек. Иртәнсәк һәм кис алты ҡатын-ҡыҙ клумбаларға сәскәләр сәсә, һыу ҡоя.

Гүзәл заттар үҫентеләрҙе ергә ултыртып ҡына ҡалмай, уларҙан төрлө һүрәттәр яһауға ла әүәҫ. Был, әлбиттә, мәшәҡәт, әммә һуңынан уның һөҙөмтәһен күреү – үҙе бер кинәнес, ти йәшелләндереүселәр. Тағы улар үҫентеләрҙең Волгоградтан уҡ айырым һауыттарҙа килеүен хуплай. Бер яҡтан, ултыртыу уңайлы булһа, икенсе яҡтан, тамырҙары имен килеш булып, улар тиҙ арала ерегеп тә китә.

– Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡалабыҙ матур, төҙөк, йәшел булһын тип тырышабыҙ. Әммә вәхшиҙәр күп осраҡта беҙҙең хеҙмәтте ихтирам итмәй: сәскәләрҙе йолҡоп, клумбаларҙы тапап китәләр. Шуға күрә сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын кеше хеҙмәте һөҙөмтәһендә тыуҙырылған матурлыҡҡа ҡул һонмаҫҡа, тапамаҫҡа, йолҡмаҫҡа саҡырабыҙ, – тип халыҡҡа мөрәжәғәт итә Зөлфиә Шаһиәхмәтова.

Зауыҡлы биләмәләр йылында Сибай урамдарының сағыу, матур һәм заманса буласағына ышаныс ҙур.