Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә

2 Июнь 2020
7
0

1 июнь Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү буйынса башҡарылған саралар тураһында һөйләне.

«Уҙған аҙнала бар республика буйлап үткән Таҙалыҡ көндәрендә 400 мең самаһы кеше ҡатнашты. Улар биләмәләрҙе йыйыштырҙы һәм ремонт эштәре башҡарҙы. Тик тикшереү күрһәтеүенсә, был эшмәкәрлектең сифатын һәм йылдамлығын күтәрергә кәрәк», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте Борис Беляев.

Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләгән йылда айырым иғтибарҙы дан һәм почёт урындарын төҙөкләндереүгә бүлеү зарур. Был эш барлыҡ тораҡ пункттар буйлап алып барыла.

Борис Беляев белдереүенсә, быйылғы эпидемиологик ҡатмарлы хәл пландарға үҙгәрештәр индерҙе. Шулай ҙа республика муниципалитеттары проблеманы хәл итеү юлдарын тапҡан. Мәҫәлән, Өфөлә ҙур иғтибар урамдарҙы йәшелләндереүгә бүленһә, Нефтекамала ҡала арт-проекттары фестивале үткән, Стәрлетамаҡ кәртәләрҙе яңыртыу буйынса беренселекте бирмәй һ. б. Урында йәшәгән халыҡ ҡатнашҡан төҙөкләндереү буйынса конкурстар ҙа башланған.

Министр муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, Зауыҡлы биләмәләр йылы әүҙем фазаға сыға һәм эштәрҙең темптарын арттырырға кәрәк, тине.

– Ысынлап та, эш алып барыла, эш сәфәрҙәрендә йөрөгәндә быны мин күрәм. Әммә билдәләнгән ваҡытҡа барлыҡ ҡала һәм ауылдар тәртипкә килтерелергә тейеш. Беҙгә килгән һәр ҡунаҡ һоҡланып ҡайтырлыҡ булһын, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.