Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Стәрлетамаҡта төҙөкләндереү эштәре дауам итә

27 Май 2020
1
0

Республика ауылдарында, ҡалаларҙа уңайлы мөхит булдырыу һәр ваҡыт мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Шуға ла 2020 йыл, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указына ярашлы, «Зауыҡлы биләмәләр йылы» тип иғлан ителде.

Ағымдағы йылда башҡарыласаҡ эштәр ауыл һәм ҡалаларҙы төҙөкләндереп, уларҙың эстетик йөҙөн заманса формалаштырыуға һәм халыҡҡа тағы ла уңайлыраҡ көнкүреш шарттары тыуҙырыуға булышлыҡ итәсәк.

Дөйөм алғанда, йәшәгән мөхиттең күркәмлеге һәм уңайлыҡтары күп нәмәгә бәйле. Улар рәтендә йорттарҙың һәм ихаталарҙың төҙөклөгө айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки төҙөк йорттар, зауыҡ менән биҙәлгән ихаталар йәшәгән ерҙең эстетик йөҙөн билдәләй бит.

Ошоға бәйле Стәрлетамаҡта күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре дауам итә. Ҡалала 79 объектты һәм 75 йортто төҙөкләндереү планлаштырылған. Әйткәндәй, 27 йортта лифт алмаштырыла, 8 йортта һыу менән тәьмин итеү һәм һыу таратыу системаһына капиталь ремонт үткәрелә, 32 йортта йылытыу системаһына, бер йорттоң сарҙаҡ япмаһына ремонт үткәреләсәк һәм 9 йорттоң фасадын йылытыу ҡаралған.

Әлеге ваҡытта биш йорттоң ҡыйығына капиталь ремонт эштәре бара, ә ике йортта эштәр тамамланыу өҫтөндә. Шулай уҡ биш объектта йомшаҡ япмаға капиталь ремонт үткәреү буйынса акт төҙөлгән, уларҙың икәүһендә эш башланған да инде. Алты йорттоң фасадын төҙөкләндереүгә тотонғандар.

Бер объектта һыу таратыу системаһына капиталь ремонт үткәрәләр, әммә пандемияға ҡаршы профилактик сараларға бәйле әлегә эштәр ваҡытлыса туҡтатылған.

Шулай уҡ подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса подрядсы ойошмалар билдәләнгән. 2020 йылда ҡалала 31 йорттоң подъезында капиталь ремонт үткәреләсәк. Подрядсылар эпидемия мәлендә эштәрен ваҡытлыса туҡтатып торған.

Стәрлетамаҡ көндән-көн матурлана, йәшәгән йорттар, мәҙәни үҙәктәр заманса төҙөкләндерелә, зауыҡлы объекттар барлыҡҡа килә. Ә халыҡ үҙ сиратында һәр нәмәгә һаҡсыл ҡарап, ябай ғына тәртип һәм таҙалыҡ ҡағиҙәләрен үтәп тә Зауыҡлы биләмәләр йылында үҙ өлөшөн индерә ала.