Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Сибай йәшелләнә

19 Май 2020
2
0

Быйыл Сибай ҡалаһы үҙенең 65 йыллыҡ юбилейын билдәләргә йыйына. Ошо уңайҙан Зауыҡлы биләмәләр йылында һәм «Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрәндә ҡала урамдарын, парк, скверҙарҙы төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленә. Иң беренсе нәүбәттә, әлбиттә, йәшелләндереүгә күп көс һалына.

Ошо көндәрҙә ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы эшселәре клумбаларға сәскәләр ултырта башланы. Быйыл улар Сибай урамдарына 55 мең төп петуния, агератум, бархатцы, циния, георгин, бальзаминдар ултыртырға иҫәп тота.

Сәскә үҫентеләренең беренсе партияһы Рәсәйҙә киң билдәле Волгоград питомнигынан килтерелгән. Контракт буйынса, унан үрҙә әйтеп үтелгән 55 мең төп сәскә үҫентәләре һатып алыу ҡаралған. Йәшелләндереүселәр һәр партияны тикшереп, ҡарап ҡабул итеп ала һәм ултырта.

– Төҫтәре сағыу, беҙ теләгән үҫентеләр килеп етте. Иң беренсе булып 2,5 мең төп сәскәне Еңеүҙең 30 йыллығы исемендәге парк клумбаларына сәсеп сыҡтыҡ. Ошо арала үҙәк урамдарға, һәйкәлдәр янына ултыртасаҡбыҙ, – ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығының ПТО начальнигы Елена Косей. – Сағыу үҫентеләрҙе ултыртыуға йәшелләндереү өлкәһендә 25 йыл стажы булған тәжрибәле Зөлфиә Шаһиәхмәтованың бригадаһын йәлеп иттек. Иртәнсәк-кис 6 ҡатын-ҡыҙ клумбаларға сәскәләр сәсә, һыу ҡоя.

Гүзәл заттар үҫентеләрҙе ергә ҡаҙап ҡына ҡалмай, төрлө һүрәттәр яһауға ла әүәҫ. Был, әлбиттә, мәшәҡәт, әммә һуңынан уның һөҙөмтәһен күреү үҙе бер кинәнес, тиҙәр йәшелләндереүселәр. Тағы улар үҫентеләрҙең Волгоградтан уҡ айырым һауыттарҙа килеүен хуплай. Бер яҡтан, ултыртыу уңайлы булһа, икенсе яҡтан, тамырҙары имен килеш булып, улар тиҙ арала ергә берегеп тә китә.

– Зауыҡлы биләмәләр йылында ҡалабыҙ матур, төҙөк, йәшел булһын тип тырышабыҙ. Әммә вандалдар күп осраҡта беҙҙең хеҙмәтте ихтирам итмәй: сәскәләрҙе йолҡоп, клумбаларҙы тапап китергә лә оялмай. Шуға күрә сибайҙарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын кеше ҡулдары тыуҙырған матурлыҡҡа ҡул һонмаҫҡа, тапамаҫҡа, йолҡмаҫҡа саҡырабыҙ, – тип халыҡҡа мөрәжәғәт итте йәшелләндереүселәр.