Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Борис Беляев видеоконференция форматында муниципалитет хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе

25 Март 2020
1
0

25 мартта БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проектын, «Башҡорт ихаталары», күп ҡатлы йорттарҙа подъездарҙы комплекслы ремонтлау төбәк программаларын тормошҡа ашырыу, Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә Таҙалыҡ көндәрен, субботниктар һәм «Йәшел Башҡортостан» акцияһын уҙғарыу мәсьәләләре буйынса видеоконференция форматында муниципаль берәмек хакимиәттәре башлыҡтары менән кәңәшмә үтте.

Уҙған аҙнала республикала Таҙалыҡ көндәре старт алды. Тораҡ пункттарҙы сүп-сарҙан, ҡарҙан, боҙлауыҡтан таҙартыу буйынса саралар барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә башҡарылған. Муниципалитеттар тапшырған мәғлүмәт буйынса, Таҙалыҡ көнөндә республикала йәмғеһе 97 мең кеше, шул иҫәптән 6 мең ойошма хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ 18 мең студент һәм мәктәп уҡыусылары, 1,5 мең ирекмән ҡатнашҡан. Таҙартыу эштәренә 1 991 техника йәлеп ителгән.

Бер нисә муниципаль берәмек Таҙалыҡ көнөн юғары кимәлдә уҙғарҙы. Йыйыштырыу эштәрен уҙғарыуҙа төрлө милек формаһындағы ойошмалар ҡатнашты, учреждениеларҙың үҙҙәрендә, эргә-тирәләге биләмәләрҙә, ихаталарҙа тәртип урынлаштырылған. Бынан тыш, беренсе республика өмәһе һәм «Йәшел Башҡортостан» берҙәм акцияһы 18 апрелгә билдәләнде.

Кәңәшмәнең көн тәртибендә булған икенсе һорау – «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» милли проектын тормошҡа ашырыу барышы. РФ Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе башҡарыу ваҡыты күсерелгән.

– Килешеүҙәрҙе төҙөп бөтөү һәм төҙөлөш-монтажлау эштәрен башлау 2020 йылдың 1 апреленә тәғәйенләнгәненә иғтибар итегеҙ. Октябрь аҙағына тиклем эштәрҙе тулыһынса тамамларға кәрәк, – тип кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы иҫкәртеп ҡуйҙы Борис Беляев.

Фекер алышыуҙа ҡаралған тағы бер мәсьәлә – «Башҡорт ихаталары» республика программаһы. Ағымдағы йылдың 1 майына төҙөлөш-монтажлау эштәрен башлау планлаштырылған. Республикала 2020 йылда барлығы 390 ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған. Программаны бойомға ашырыуға Башҡортостан Республика ҡаҙнаһынан 1 868,3 млн һум бүленгән.