Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Зауыҡлы биләмәләр йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар

11 Февраль 2020
2
0

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылды республикала «Зауыҡлы биләмәләр йылы: газондар, тротуарҙар, яҡтылыҡ, ҡоймалар» тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документ халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу, төҙөк биләмәләр һанын арттырыу һәм Башҡортостан ауыл-ҡалаларының зауыҡлы күренешен тәьмин итеүҙе маҡсат итә.

Зауыҡлы биләмәләр йылының төп маҡсаттары һәм бурыстары – ҡала һәм ауылдарҙы матурлауҙа комплекслы ҡараш тәьмин итеү. Тәү сиратта ҡала, ҡасаба һәм ауылдарҙа айырым йорт, подъездан башлап урам-йәмәғәт биләмәләренә тиклем системалы һәм комплекслы рәүештә таҙалыҡ-тәртип тотоу мотлаҡ.

Радий Хәбиров: «Әлбиттә, барлыҡ эштәр биләмәләрҙе капиталь йыйыштырыуҙан башланырға тейеш. Беҙ халыҡтың инициативаһын уятырға бурыслыбыҙ. Кешеләр был ҙур эштәргә үҙ теләктәре менән ҡушылып, ихлас ҡатнашырға тейеш».

Борис Беляев: «Башҡортостан матурлыҡ, таҙалыҡ һәм тәртип төбәгенә әйләнһен өсөн республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылына беҙ алдыбыҙға амбициялы мәсьәләләр ҡуябыҙ. Халыҡ таҙалыҡ мөхитенә сумып, уның ваҡытлыса күренеш түгеллегенә аңлы рәүештә күнергә, уны яңы ғәҙәт итеп ҡабул итергә тейеш».

2020 йылда республика ҡалаларының һәм ауылдарының үҙгәреүе тораҡ пункттар эстетикаһының дүрт төп йүнәлешен – газондар яһауҙы, тротуарҙарҙы төҙөкләндереүҙе, урамдарҙы яҡтыртыуҙы монтажлауҙы, ҡоймалар ҡуйыуҙы – күҙ уңында тота. Даими «таҙалыҡ сәғәттәре һәм көндәре», субботниктар, урамдар, йорттар, ауылдар буйынса уҙғарылған конкурстар төп сараларға әүерелергә тейеш. Шулай уҡ урам һәм йорт яны биләмәләрен йәмһеҙләп ултырған ташландыҡ автомобилдәрҙе эвакуациялау эштәренең үтәлеүе зарур, икенсе һүҙ менән әйткәндә, ҡала һәм ауылдар һәр яҡлап төрлө иҫке-моҫҡонан һәм сүп-сарҙан ҡотолорға тейеш. Дөйөм алғанда, «Йыйыштырған урында ғына түгел, ә сүпләмәгән ерҙә таҙа» принцибын ҡанға һеңдереү күҙ уңында тотола. Был тренд төҙөкләндереү һәм дөйөм республиканың тышҡы күренешенә цивилизациялы ҡараштың дауамына әүерелергә тейеш.

Һәр муниципалитет газондарҙы, ҡоймаларҙы, тротуарҙарҙы һәм яҡтылыҡ нөктәләрен урынлаштырыу схемаларын төҙөүҙән башлап уларҙың иҫәбен билдәләү һәм эштәрҙе башҡарыуға тиклем барлыҡ технологик теҙмәне атҡарып сыға.

Мәҫәлән, газондарҙың майҙанын кәмендә 4–5 тапҡырға ҙурайтырға, тигеҙ булмаған юл ситтәрен бордюрлы заманса тротуарҙарға алмаштырырға кәрәк. Аҙ мобилле граждандар өсөн яраҡлаштырылған юлдар, тротуарҙар, үткәүелдәр төҙөү һәм төҙөкләндереүгә айырыуса иғтибар бүленергә тейеш.

Төҙөкләндереү объекттарын, шул иҫәптән тораҡ пункттарының үҙәк һыҙаттарын ҡойма менән кәртәләү бер төрлө рәүештә алып барылырға тейеш. Һәр айырым тораҡ пунктының үҙенең ҡабатланмаҫ стиле һаҡланһын, әммә уның берҙәм булыуы мөһим. Әлбиттә, берҙәм ҡараш ижадты алып ташламай, шулай ҙа һәр муниципаль берәмек Зауыҡлы биләмәләр йылын уҙғарыу буйынса методик тәҡдимдәрҙе ҡулланырға тейеш.

Һәр муниципалитетта Зауыҡлы биләмәләр йылы буйынса Ойоштороу комитеты булдырылған, уларға власть, йәмәғәтселек һәм бизнес вәкилдәре, шулай уҡ депутаттар, ирекмәндәр һ. б. ингән.

Ҙур өмөттәр бағланған, ҙур көстәр талап иткән эштәр башлана, тораҡ пункттарының яңыртылған тышҡы күренеше уларҙың һөҙөмтәһе буласаҡ. «Зауыҡлы егерменсе» – төҙөкләндереүҙең һәм таҙалыҡтың бер-береһенән айырылғыһыҙ төшөнсәләргә әүерелеү йылы.