Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Республикала Таҙалыҡ көндәре старт алды

19 Март 2020
4
0

Республиканың муниципаль райондарында санитария-эпидемиология торошон яҡшыртыу маҡсатында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Таҙалыҡ көндәре үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйған ине.

19 март Кушнаренко районында ошондай беренсе көн үтте лә инде.

Кушнаренко ауылында предприятие, ойошма һәм учреждениеларҙан ихаталарын һәм урамды таҙартыу, сүп йыйыу, ҡар таратыуға 300-гә яҡын кеше сыҡты. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ был көндө экскаватор, һыу һибеү машиналары, арбалы трактор һәм сүп контейнерҙары ташыу өсөн автомобиль – йәмғеһе һигеҙ берәмек техника бүлде.

Өмәлә мәҙәниәт, мәғариф бүлектәре, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, район хакимиәте, район дауаханаһы, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, мәшғүллек үҙәге, күп профилле һөнәри һәм ауыл хужалығы колледждары, мәктәптәр коллективтары актив ҡатнашты. Сараға шулай ук ирекмәндәр, почта һәм элемтә хеҙмәткәрҙәре ҡушылды.

Район буйынса өмәлә 32 ойошма ҡатнашты, уға 21 берәмек техника йәлеп ителде.