Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан Хөкүмәтендә «сүп-сар» реформаһының көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды

23 Март 2020
1
0

23 март Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса муниципалитет башлыҡтары менән видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙеләр.

Кәңәшмәлә муниципаль берәмектәр тарафынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу майҙансыҡтарын булдырыу мәсьәләләре тикшерелде. Республикала 17 870 контейнер майҙансыҡтары ҡулайлаштырылған. Уларҙа 46 554 контейнер урынлаштырылған. 2020 йылда республикала 7 000 контейнер майҙансыҡтарын булдырыу планлаштырылған, уларҙа 23 000-дән ашыу контейнерҙар урынлаштырыу ҡаралған.

«RM: контейнер майҙансыҡтары» автоматлаштырылған мониторинглау системаһында контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу фактын теркәү һәм фототеркәү процесы барышы – беренсе вице-премьерҙың күҙәтеүендә. Үткән кәңәшмәлә Андрей Назаров ағымдағы йылдың 20 апреленә тиклем системала майҙансыҡтарҙы фототеркәү кимәлен 95%-ҡа еткереү бурысын ҡуйған ине. Төбәк операторҙары тарафынан 16 марттан 22 мартҡа тиклем был һан 74% кимәленә тиклем күтәрелгән.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу тәртибе – көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. 23 мартҡа ҡарата 492 тораҡ пункттан операторҙар ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығара. Был төбәктәге барлыҡ тораҡ пункттарҙан 96%-ты тәшкил итә. Республиканың 21 тораҡ пунктынан ҡалдыҡтар бөтөнләй сығарылмай.

– Беҙ барырға юлы ҡыйын булған тораҡ пункттар исемлеген билдәләнек, уларҙа объектив сәбәптәр буйынса төбәк операторҙары тарафынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу эштәре әлегә яйға һалынмаған. Тораҡ пункт ҡайҙа урынлашыуына ҡарамаҫтан, сүп-сар һәр урындан сығарылырға тейеш. Төбәк операторҙары республиканың барлыҡ тораҡ пункттары буйынса был эшмәкәрлекте ойоштороу буйынса эштәрҙе башҡарырға тейеш. Иң мөһиме, яңы системаға күсеүҙәге яҡшы үҙгәрештәрҙе халыҡтың күреүе мотлаҡ, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Уҙған аҙнала социаль селтәрҙәрҙә «сүп-сар» реформаһы мәсьәләләре буйынса халыҡ мөрәжәғәттәрен анализлау уларҙың һаны кәмеүен күрһәтә.

  • Башҡортостан Хөкүмәтендә «сүп-сар» реформаһының көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды
  • Башҡортостан Хөкүмәтендә «сүп-сар» реформаһының көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды
  • Башҡортостан Хөкүмәтендә «сүп-сар» реформаһының көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды