Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Андрей Назаров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе

16 Март 2020
3
0

16 март Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмә видеоконференция форматында БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров етәкселегендә һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев ҡатнашлығында үтте.

«Сүп-сар» реформаһы мәсьәләләре буйынса граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙәге мөрәжәғәттәрен анализлау ялыуҙарҙың һаны кәмей барыуын күрһәтә. Шулай ҙа халыҡ элеккесә сүп-сарҙы ваҡытында сығармауҙарына һәм контейнер майҙансыҡтарын таҙартмауҙарына зарлана.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы 16 марттан тулы ҡеүәтендә эшләй башларға тейеш. Был бурыс төбәк операторҙарына алдағы кәңәшмәләрҙә ҡуйылғайны. Тик бөгөнгә системала контейнер майҙансыҡтарының 72%-ы ғына сағыла. Уларҙа ҡалдыҡтарҙы сығарыу фактын фототеркәү алып барыла.

– Күҙәтеүҙең оператив системаһын булдырыу өсөн республиканың норматив-хоҡуҡи акттарын әҙерләү һәм раҫлау зарур. Уның буйынса теркәү системаһын үтәмәү һәм ҡағиҙәләрҙе үтәмәү өсөн штраф санкциялары ҡаралырға тейеш. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына бер ай эсендә тейешле документтарҙы әҙерләү һәм раҫлау бурысы бирелә. 20 апрелгә тиклем 95% күрһәткесенә етеү шартын ҡуям, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Кәңәшмәлә шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы территорияһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу ваҡыты мәсьәләләре ҡаралды. 13 мартҡа ҡарата 21 тораҡ пунктта сүп-сар сығарылмай, 120 тораҡ пунктта – аҙнаһына, ике аҙнаға бер тапҡыр сығарыла.

Белешмә өсөн

Республикала 17 782 контейнер майҙансыҡтары ҡулайлаштырылған. Майҙансыҡтарҙа 46 477 контейнерҙар урынлаштырылған. Төбәк операторҙары 2020 йылға юридик шәхестәр менән 23 425 килешеүҙәр төҙөгән. Был республиканың дөйөм ойошмалары һәм шәхси эшҡыуарҙары иҫәбенән 58,5%-ы тәшкил итә. 1 мартҡа ҡарата ҡаты ҡалдыҡтар менән эш итеү хеҙмәте өсөн түләүҙәр 77,2% дәүмәлендә йыйылған. 2019 йылдың 20 декабренән алып 2020 йылдың 16 мартына тиклемге осорҙа ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар 492 тораҡ пункттарҙан сығарыла башлаған. Был сүп-сар бөтөнләй сығарылмаған тораҡ пункттар иҫәбенән 96%-ы тәшкил итә.

  • Андрей Назаров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе