Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Таҙалыҡ көндәрен үткәреү тураһындағы указға ҡул ҡуйылды

10 Март 2020
4
0

Башҡортостанда муниципалитет биләмәләренең санитар-эпидемиологик торошон яҡшыртыу өсөн Таҙалыҡ көндәре ойошторола. Республика етәксеһе Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәттәренә кәмендә айына ике тапҡыр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарырға тәҡдим ителә. Ошо көндәрҙә ҡаралған эштәр исемлегендә – предприятиелар, ойошмалар ҡатнашлығында ихаталарҙы, урамдарҙы, парктарҙы һәм башҡа биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу.

Махсуслашҡан ойошмалар юл буйҙарындағы ауған ағастарҙы, сүп-сарҙы йыйып алырға тейеш.

Йыл һайын 1 апрелгә тиклем муниципаль берәмектәр Таҙалыҡ көндәрен уҙғарыу буйынса саралар планын ҡабул итергә һәм Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тапшырырға бурыслы.

– Беҙ бер нисә муниципалитеттың, атап әйткәндә, Учалы ҡалаһының һәм Әлшәй районының тәжрибәһен өйрәндек. Унда һәр предприятие үҙҙәренә беркетелгән биләмәне йыйыштырыу өсөн бер сәғәткә кешеләр бүлә, — тип белдерҙе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. — Шуға күрә Учалы – бик таҙа ҡала. Был тәжрибәне беҙ тотош республикаға таратырға булдыҡ. Мин быға ҙур иғтибар бүләм.

Республикала тәүге Таҙалыҡ көндәре киләһе аҙнала уҡ башлана: 18 марттан 20-һенә тиклем үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡарҙан таҙартыу эше башҡарыла, 16 марттан санитар йыйыштырыу һәм биләмәләрҙе йәшелләндереү башлана.

Зауыҡлы биләмәләр йылы барышында бөтәһе 3 дөйөм республика өмәһен (18 апрелдә, 4 июлдә һәм 3 октябрҙә), шулай уҡ 16 Таҙалыҡ көндәрен, 2 «Йәшел Башҡортостан» дөйөм республика акцияһын һәм 2 майҙа Иҫкә алыу һәм ихтирам көнөн үткәреү планлаштырыла.