Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының ултырышы үтте

5 Март 2020
3
0

5 март БР Хөкүмәт йортонда Башҡортостанда Зауыҡлы биләмәләр йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетының сираттағы – өсөнсө ултырышы үтте.

Ултырыш барышында Башҡортостан Республикаһында Зауыҡлы биләмәләр йылына әҙерләнеү һәм уҙғарыу буйынса медиа-пландың проекты раҫланды. Киң мәғлүмәт сараларында Зауыҡлы биләмәләр йылын яҡтыртыу республика конкурсы тураһындағы ҡағиҙәгә ойоштороу комитеты ағзалары конкурстың номинациялары буйынса тәҡдимдәр индерҙе. Улар иҫәбендә мәктәп телестудиялары ла бар. Кәңәшмәлә шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙә «эстетика ирекмәндәренә» ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре, Благовещенск ҡалаһында биләмәләрҙе үҫтереү өлкәһендә ирекмәндәр ҡатнашлығындағы проекттар, мәктәп уҡыусылары һәм студенттар менән пропаганда һәм идеология эштәре буйынса планлаштырылған саралар ҡаралды.

«Уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа уҡыусылар һәм студенттар менән пропаганда һәм идеология эштәре, атап әйткәндә, дөйөм файҙаланыу биләмәләрен һәм ихата биләмәләрен тәртиптә тотоу тураһындағы» мәсьәлә буйынса БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сығыш яһаны.

Зауыҡлы биләмәләр йылы сараларын тормошҡа ашырыуға муниципаль берәмектәрҙең әҙерлеге хаҡында Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов һәм Шаран районы хакимиәте башлығы Илгиз Сәмиғуллин һөйләп ишеттерҙе.

БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев, ойоштороу комитеты ағзаларына мөрәжәғәт итеп, проекттарын тормошҡа ашырыуҙа муниципаль берәмектәргә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

– БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына 2020 йылдың 31 мартына тиклем муниципалитеттарға контроль нөктәне еткереүҙе – Зауыҡлы биләмәләр йылы сараларын мәғлүмәти яҡтан яҡтыртыу буйынса муниципаль медиа-пландарҙы раҫлау өсөн, шулай уҡ муниципалитеттарға «Ҡала-инфо» мәғлүмәт системаһында тултырыу өсөн Зауыҡлы биләмәләр йылын уҙғарыу буйынса аҙналыҡ отчёт формаһын урынлаштырыуҙы һәм отчёттарҙы йыя башларға – һорайым, – тине Борис Беляев.