Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан Хөкүмәтендә «сүп-сар» реформаһының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙеләр

2 Март 2020
2
0

2 март Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров һәм БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев муниципалитет башлыҡтары менән видеоконференция форматында кәңәшмә үткәрҙеләр. Сарала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды.

Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль бәйләнештәр буйынса идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская социаль селтәрҙәр аша граждандарҙың «сүп-сар» реформаһы мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәренә күҙәтеү яһаны.

Төбәк операторҙары контейнер майҙансыҡтарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу факттарын фотофиксациялау һәм теркәү процестары барышы, сүп-сарҙы сығарыу ваҡыттары тураһында отчёт бирҙеләр.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуҙы мониторинглауҙың автоматлаштырылған системаһы тест режимында эшләүен дауам итә. 16 марттан система тулы ҡеүәтендә эшләй башлар тип күҙаллана.

Кәңәшмәлә шулай уҡ юридик шәхестәр менән килешеүҙәр төҙөү мәсьәләләре буйынса фекер алышыу уҙҙы. Бөгөнгө көнгә төбәк операторҙары тарафынан эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары менән 2020 йылға 20 426 килешеү төҙөлгән. Был төбәктәге ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың дөйөм иҫәбенән 50% тәшкил итә.

Ултырышта яҙғы субботниктарҙы уҙғарыу даталары раҫланды. Экологик сараларҙы 2020 йылдың 4 апреленән 8 майға тиклем уҙғарыу планлаштырыла. 2020 йылдың 4 һәм 25 апрель көндәре Башҡортостан Республикаһында берҙәм экологик субботниктар көндәре тип билдәләнде.

  • Башҡортостан Хөкүмәтендә «сүп-сар» реформаһының көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙеләр