Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостандың 2020 йылғы бәләләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙы төҙөкләндереү проекттары – еңеүселәр иҫәбендә

28 Февраль 2020
2
0

Төмән ҡалаһында II Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдар форумы тамамланды. Ханты-Мансы автономлы округында илебеҙҙең 68 төбәгенән йыйылған 600 кеше ике көн дауамында ҡала һәм туристик инфраструктуралары менән танышты, семинарҙарҙа ҡатнашты.

Форум эшендә Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәте министры Владимир Якушев ҡатнашты. Ул бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит булдырыу проекттары күргәҙмәһе менән танышты. Сара һуңында еңеүсе ҡалалар тәбрикләнде.

Быйыл «Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы мөхит тыуҙырыуҙың иң яҡшы проекттары» конкурсында ҡатнашырға теләк белдереп 300 ғариза теркәлһә, уларҙың 286-һы экспертизаны уңышлы үткән. Башҡортостандан иһә 11 ғариза конкурста ҡатнашыу хоҡуғын алған.

Конкурс комиссияһы 80 еңеүсе проектты һайлап алған. Еңеүселәр федераль ҡаҙнанан 45 миллион һумдан алып 90 миллион һумға тиклем субсидия аласаҡ.

Республиканан бөтәһе 400 миллион һумға торошло 5 проект уңышҡа өлгәште: Мәләүез, Яңауыл, Ағиҙел, Дүртөйлө ҡалалары һәм Николо-Берёзовка ауылы ҙур матди ярҙам аласаҡ. Был саралар тораҡ пункттарҙы заманға ярашлы төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ.

Атап әйткәндә, Мәләүез ҡалаһының «Ҡайынлы юл» проекты ҡаланың үҙәк өлөшөн төҙөкләндереүҙе күҙаллай. Яңауыл ҡалаһы буйынса тәҡдим ителгән «Башҡоростандың төньяҡ ҡапҡалары» проекты Шыршылы, вокзал майҙандарын һәм уларҙы тоташтырған сауҙа урамдарын яңыртыу мөмкинлеген тыуҙыра. «Ағиҙел тулҡындары» проекты Ағиҙел ҡалаһының үҙәген заманса итеп үҙгәртеүгә булышлыҡ итәсәк. Дүртөйлөнөң «Яңы ҡеүәт» проекты ҡаланың тарихи өлөшөн төҙөкләндереп, уны яңы өлөшө менән тоташтырасаҡ. «Өйгә ҡайтыу» проекты ярҙамында Николо-Берёзовка ауылы ла төҙөкләндереләсәк.

Конкурс Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәй Хөкүмәте, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан ойошторолған.

  • Башҡортостандың 2020 йылғы бәләләкәй ҡалалар һәм тарихи ауылдарҙы төҙөкләндереү проекттары – еңеүселәр иҫәбендә