Башҡортостанда 1 июлдән электр утына тарифтар үҙгәрәсәк
Хаҡтар 3–4% самаһына артасаҡ.
Башҡортостанда электр утына тарифтарҙы планлы күтәреү 2019 йылдың 1 июленән ҡаралған, тип хәбәр итә Башҡортостандың энергия һатыу компанияһының матбуғат үҙәге.
Ҡалала йәшәүселәр өсөн бер тарифлы иҫәп буйынса бер киловатт-сәғәттең хаҡы 3 һум 17 тин тәшкил итәсәк (3 һум 6 тин урынына), электр плиталы йортта йәшәүселәр һәм ауылдағылар өсөн өсөн – 2 һум 22 тин (2 һум 14 тин ине).
Һуңғы тапҡыр хаҡтарҙы арттырыу 2019 йылдың ғинуарында уҙғарылғанлығын иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
Башҡортостан Республикаһында электр утына тарифтар Волга буйы федераль округындағы төбәктәр араһында иң түбән һанала, тип хәбәр итәләр компанияла. Иң ҡиммәт электр энергияһы Һамар өлкәһендә: 4 һум 17 тин.
