Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы күтәреүгә ҡаршы ҡарар раҫланды

20 Июнь 2019
8
0

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы инфляция кимәленән нигеҙһеҙ юғары күтәреүҙе тыйыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

“Был ҡарар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә булған хаҡтарҙы ҡатыраҡ контролдә тоторға булышлыҡ итәсәк. Бөгөн Рәсәй Федерацияһы субъекттарында был хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрҙең иң ҙур үҫеш индексы билдәләнә. Шул уҡ ваҡытта был индекстарҙы күтәрергә мөмкинлек биргән бер нисә нигеҙ бар. Ғәмәлгә ингән документҡа ярашлы был нигеҙҙәр бер ни тиклем кәмейәсәк”, – тип белдерҙе Дмитрий Медведев милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеү мәсьәләһенә арналған кәңәшмәлә.

“Бынан ары сығымдарҙы халыҡ елкәһенә ауҙарып ҡынатТариф дисбаланстарынан ҡотолоп булмаҫ”, – тип тә өҫтәне Премьер-министр.

Улай ғына түгел, ҡарарға ярашлы төбәктәргә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт менән килешеп кенә индексты күтәрергә рөхсәт ителәсәк.

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылда илдә инфляция 4,3% тәшкил иткән. Ә 2019 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙә инфляция темпы 4%-тан түбәнерәк кимәлдә буласаҡ тигән күҙаллауын хәбәр итә РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы.

  • Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы күтәреүгә ҡаршы ҡарар раҫланды