Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Республикала бер подъезды төҙөкләндереү уртаса 337 мең һумға төшә

21 Март 2019
5
0

Алдағы алты йылда Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа 26 мең подъезды төҙөкләндереү күҙаллана. Республика һәм муниципалитеттар ошо программаға 6 миллиард һум самаһы аҡса бүлде. Бер подъездың уртаса хаҡы 337 мең һумға баһалана.

«2019 йылда программаны финанслауҙың дөйөм суммаһы 4 мең подъезға (1374 йорт) 1,3 миллиард һум тәшкил итә, — тип билдәләне Башҡортостан капиталь ремонт фондының генераль директоры Ринат Дәминов «Йәмәғәт электрон гәзите» ойошторған түңәрәк өҫтәлдә. — Йорттоң ҡатына ҡарап, бер подъезға 720 мең һумға тиклем аҡса һалына».

Эштәрҙең төрҙәре дүрт этапҡа бүленгән. Барлыҡ конкурс процедуралары 10 апрелгә тиклем дауам итә. 2019 йылда бөтә эштәр ноябргә тиклем тамамлана.

«Торлаҡ хужаларына подъезд стеналарын биҙәүҙең ике төрө тәҡдим ителә: элеккесә (яртыһын — майлы буяу, икенсеһен — эзбиз иҙмәһе менән) һәм заманса (иҙәндән түшәмгә тиклем декоратив штукатурлау)», — тип аңлатты Дәминов

http://www.bashinform.ru/bash/1287800/

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Республикала бер подъезды төҙөкләндереү уртаса 337 мең һумға төшә