Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Михаил Кирәев Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

30 Октябрь 2018
4
0

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указына ярашлы, Михаил Кирәев Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

Белешмә өсөн:

Кирәев Михаил Юрьевич 1975 йылдың 20 февралендә Стәрлетамаҡта тыуған. Һамар тимер юл транспорты инженерҙары институтын, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1993 йылда Куйбышев тимер юлының «Стәрлетамаҡ» локомотив депоһында машинист ярҙамсыһы, мастеры һәм инженеры булып башлаған.

2003 – 2005 йылдарҙа – БР-ның «Гостранссигнал» дәүләт унитар предприятиеһында участка начальнигы.

2005 – 2007 йылдарҙа – «Башхимпромэнерго» дәүләт унитар предприятиеһы директоры.

2007 йылда – «Фининвест Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары.

2007 – 2010 йылдарҙа – «Уралхимпромэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры.

2010 – 2011 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «Межрайкоммунводоканал» муниципаль унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы.

2015 – 2017 йылдарҙа – Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының үҫеш һәм төҙөлөш буйынса беренсе урынбаҫары.

2017 – 2018 йылдарҙа – Мәскәү өлкәһе Красногорск ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

https://pravitelstvorb.ru/ba/press-office/news.php?ELEMENT_ID=19332

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Михаил Кирәев Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде