Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Михаил Киреев Башҡортостан райондарында алып барылған төҙөкләндереү эштәре барышы менән танышты

6 Ноябрь 2018
3
0

5 ноябрҙә БР-ның торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Киреев эш сәфәре менән Салауат, Ишембай ҡалаларында һәм Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы райондарында булды.


Ведомство етәксеһе урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына һәм «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» өҫтөнлөклө проектына ярашлы башҡарылған төҙөкләндереү эштәре менән танышты.


Михаил Киреев 2017 йылда парктарҙа башҡарылған ремонт эштәре һөҙөмтәләрен ҡараны, шулай уҡ 2018 йылда муниципаль программалар буйынса алып барылған эштәр барышын тикшерҙе. Шунда уҡ район хакимиәте башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь ойошма етәкселәре менән кәңәшмә үтте. Унда ҡыш миҙгеленә әҙерлек саралары, күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт һәм башҡа төҙөкләндереү мәсьәләләре ҡаралды.


Министр вазифаһын башҡарыусы урындағы етәкселәр алдында эштәрҙе ваҡытында тамамлау бурысын ҡуйҙы.


– Беҙҙең маҡсат – республика район-ҡалаларында йәшәүсе граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу. Беҙ биләмәләрҙе үҫтереү менән шөғөлләнәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Михаил Киреев.

https://pravitelstvorb.ru/ba/press-office/news.php?ELEMENT_ID=19393

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Михаил Киреев Башҡортостан райондарында алып барылған төҙөкләндереү эштәре барышы менән танышты