Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Башҡортостан халҡы капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса бурысын онлайн-режимда белә ала

5 Октябрь 2018
5
0

Башҡортостан Төбәк операторы сайтында яңы «Үҙ бурысыңды белеү» сервисы эшләй башланы. Бүлектә хужалары ике айҙан ашыу капиталь ремонтҡа иғәнә түләмәгән биналар тураһында мәғлүмәт бирелгән. Бурыстар буйынса мәғлүмәттәр ай һайын 15-нән ҡалмай яңырып торасаҡ.

Яңы сервис торлаҡ һатып алыусыларға капиталь ремонтҡа булыстар буйынса мәғлүмәт биреүгә йүнәлтелгән, сөнки ул фатирҙың яңы хужаһына күсә, дәүләт, республика һәм муниципаль мөлкәте буйынса бурыстарҙы иҫәпкә алмағанда.

«Үҙ бурысыңды белеү» сервисына ошо һылтанма буйынса күсергә мөмкин. Эҙләү юлына адрестың бер өлөшөн яҙырға һәм килеп сыҡҡан исемлектән тейешле йортто һайларға кәрәк. Сервиста айлыҡ түләү суммаһы һәм ағымдағы ай өсөн түләүҙәр иҫәпкә алынмаған бурыс тураһында мәғлүмәт сағыла, тип аңлаттылар Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәләр йыйыу арта.

10 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, был күрһәткес Башҡортостанда 94,4% еткән, былтыр 91,2% булған. Йыл башынан Башҡортостан халҡы йорттарҙа капиталь ремонтҡа дөйөм 1,810 миллиард һумдан ашыу иғәнә түләгән. Иғәнәләр буйынса бурыс 140 миллион һумдан артып китә.

http://www.bashinform.ru/bash/1220152/

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Башҡортостан халҡы капиталь ремонтҡа иғәнәләр буйынса бурысын онлайн-режимда белә ала