Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең яңы осрашыу урыны — алты метрлыҡ арт-торшер барлыҡҡа килде

2 Ноябрь 2018
3
0

Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең яңы осрашыу урыны — алты метрлыҡ арт-торшер барлыҡҡа килде. Хәҙер Хоҙайбирҙин урамындағы аллеяны башҡа скульптуралар менән бергә ошо архитектура формаһы ла биҙәй. Эштәр «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә башҡарылған. Йәйәүлеләр зонаһын төҙөкләндереү барышында юлдарға асфальт түшәлгән, яҡтыртҡыстар, эскәмйәләр һәм урналар ҡуйылған. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, йәштәргә воркаут менән шөғөлләнеү урыны булдырылған. Ҡыҙыҡлы арт-объекттар – китаптар, бер асыҡ китап, ике һәм өс метрлыҡ яҡтыртҡыс ҡамыштар һәм боландар — аллеяның биҙәге.

Бейеклеге алты метрлыҡ өҫтәл лампаһы шунда уҡ ҡала халҡында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. «Ҙур торшер»ҙы Санкт-Петербург компанияһы ҡуйған, финанслау сығанағы — Стәрлетамаҡтың бюджет аҡсаһы иҫәбенә (Рәсәй ҡаҙнаһынан 1,5 миллион һумдан ашыу бирелгән субсидиялар иҫәбенә).

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, урамда «өҫтәл лампаһын» ҡуйыу идеяһы яңы түгел. 2006 йылда Швецияның Мальмё ҡалаһындағы майҙандарҙың береһен ошондай арт-объект биҙәне. Уның абажуры аҫтында уңайлы эскәмйәлә лә бар. Бәлки, Стәрлетамаҡ властары был идеяны ла хуплар.

http://www.bashinform.ru/bash/1233437/

Үҙеңдең Республикаңды ас: открытаяреспублика.рф
  • Стәрлетамаҡта йәшәүселәрҙең яңы осрашыу урыны — алты метрлыҡ арт-торшер барлыҡҡа килде