Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

“Киләсәктәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – 2019. Көнүҙәк мәсьәләләр һәм хәл итеү юлдары” Бөтә Рәсәй семинар-конференцияһы

19.12.2019 09:00 — 20.12.2019 18:00
2

2019 йылдың 19–20 декабрендә Мәскәүҙә “Киләсәктәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – 2019. Көнүҙәк мәсьәләләр һәм хәл итеү юлдары” Бөтә Рәсәй семинар-конференцияһы үтәсәк. Сараны ойоштороусы – Дәүләт һәм муниципаль идара итеү үҫеше фонды.

Конференцияла ҡатнашырға профилле федераль ведомстволар вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһы субъекттары хакимиәттәре вәкилдәре, урындағы үҙидара органдары етәкселәре, идарасы компаниялар, торлаҡ милекселәре ширҡәте етәкселәре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә дәүләт проекттарын тормошҡа ашырыу менән мәшғүл булған компаниялар эксперттары саҡырыла. Барлығы 300-гә тиклем ҡатнашыусы килеүе планлаштырылған.

Сараның маҡсаты – бөгөнгө һәм иртәгәге көндәрҙең киҫелешендә торған өлкәләге иң көнүҙәк мәсьәләләргә практик яуаптар табыу, тармаҡта ҡатнашыусыларҙың үҙ-ара эффектлы бәйләнешлеге һорауҙары буйынса фекер алышыу һәм закондар сығарыу инициативаһын нығытыу.

Конференция барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты мәғлүмәтләштереү өлкәһендәге иң ҡыҙыҡлы проекттар күргәҙмәһе эшләйәсәк.

Тулыраҡ мәғлүмәтте https://www.gkhconf.ru/2019/ һылтанмаһы аша үтеп ҡарарға мөмкин.

  • “Киләсәктәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡ – 2019. Көнүҙәк мәсьәләләр һәм хәл итеү юлдары” Бөтә Рәсәй семинар-конференцияһы