Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республика порталдары Сайт картаһы Вход

Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы

Ойошмалар араһында “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы

01.07.2019 16:59 — 01.11.2019 17:05
21

2019 йылда Башҡортостан Республикаһында йыл һайын ойошторолған “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы тәүге тапҡыр ойошмалар араһында уҙғарыласаҡ. Конкурс 2018 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса баһаланасаҡ.

Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2018 йылдың 24 декабрендәге УГ-329 һанлы Указы менән раҫланған. Маҡсаты – юғары һалым дисциплинаһы кимәле, бизнесты асыҡ рәүештә алып барыу менән айырылып торған уңышлы ойошмаларҙы билдәләү һәм уларҙы киләһе үрҙәргә дәртләндереү.

Конкурс өс номинацияла уҙғарыла:

– етештереү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалар араһында “Йыл һалым түләүсеһе”н билдәләү;

– сауҙа эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалар араһында “Йыл һалым түләүсеһе”н билдәләү;

– эштәр башҡарыу һәм (йәки) хеҙмәттәр күрһәтеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән ойошмалар араһында “Йыл һалым түләүсеһе”н билдәләү.

Һәр номинацияла еңеүселәрҙе асыҡлау түбәнге ойошмалар категорияһы буйынса атҡарыласаҡ:

– эре ойошмалар;

– урта эшҡыуарлыҡ субъекттары;

– кесе эшҡыуарлыҡ субъекттары.

Конкурста еңеүселәр документацияла һәм реклама материалдарында конкурс еңеүсеһе исемен ҡулланыу хоҡуғына эйә була.

Шулай уҡ конкурстың лауреаттары һәм дипломанттары үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәрен Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларына һәм маҡтаулы исемдәренә тәҡдим итеү үтенесе менән республика башҡарма власть органдарына мөрәжәғәт итеү хоҡуғына эйә була.

Конкурста ҡатнашыуға Рәсәй Федерацияһы территорияһында теркәлгән, ике йылдан да кәм түгел Башҡортостан Республикаһы территорияһында хужалыҡ эшмәкәрлеген алып барған, һәм һалым органдарында иҫәптә торған, Башҡортостан Республикаһының консолидацияланған бюджетына һалым, йыйым һәм башҡа түләүҙәрҙе түләп барған ойошмалар дәғүә итә ала.

Түбәндәге ойошмалар конкурста ҡатнаша алмай:

а) ойошмаға ҡарата банкротлыҡ иғлан ителгән осраҡта;

б) бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм бюджетҡа ҡарамаған фондтарға һалым һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр буйынса бурысы булған ойошмалар;

в) 2018 йылда һалым буйынса хоҡуҡ боҙоуҙары булған ойошмалар.

“Йыл һалым түләүсеһе” конкурсы, ҡатнашыу өсөн мотлаҡ һаналған документтар теҙмәһе, конкурсанттарҙы баһалау алгоритмы һәм критерийҙары хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсын уҙғарыу тураһында Ҡағиҙәлә бар. Ҡағиҙә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 18 мартындағы 147-се һанлы ҡарары менән раҫланған.

Конкурста ҡатнашыу өсөн дәғүәселәр 2019 йылдың 1-нән ҡуша һанағанда 31 июлгәсә Башҡортостан Республикаһының “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһына кәрәкле документтар менән бергә конкурста ҡатнашыуға заявка тапшырырға тейеш. Адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13-сө йорт, 4-се ҡат, 402-се кабинет. Документтарҙы шулай уҡ электрон рәүештә лә ебәрергә мөмкин, электрон почта адресы: iac@bashkortostan.ru. Конкурста ҡатнашыу ирекле.

“Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсын үткәреү тәртибе һәм документтар тапшырыу буйынса һорауҙар менән Башҡортостан Республикаһының “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһы хеҙмәткәренең контакт телефонына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ: (347)218-15-68 (Муллаянова Ирина Дмитриевна).

2019 йылдың 1 ноябренә тиклем конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Еңеүселәр исемлеге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫланасаҡ.

Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы И.А. Тажетдинов бүләкләйәсәк. Тантаналы церемонияла тағы Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары вәкилдәре, ойошма етәкселәре – конкурстың еңеүселәре, эшлекле һәм ғилми йәмғиәт, Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Конкурстың еңеүселәре тураһында мәғлүмәт киң мәғлүмәт сараларында, шул иҫәптән Интернет селтәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Башҡортостан Республикаһы Финанс министрлығының, Башҡортостан Республикаһы “Мәғлүмәт-аналитика үҙәге” дәүләт ҡаҙна предприятиеһының рәсми сайттарында урынлаштырыласаҡ.

  • Ойошмалар араһында “Йыл һалым түләүсеһе” республика конкурсы